Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2019, 12:16

Банктарҙы талайҙар

Көтмәгәндә-уйламағанда

Быйыл йәй "Открытие" банкынан 6,5 миллион аҡса урлап, кассир Лилия тотолған. Ошо банкта бөтә документацияны күтәреп тикшерә торғас, ғөмүмән бында 43 миллион аҡса юғалғаны асыҡлана. Белгестәр был уғрылыҡта бер генә түгел, бер нисә хеҙмәткәр ҡатнашыуын асыҡлай. 2017 йылдан быйылғаса аҡсаны әкренләп үҙләштереп торғандар. Бының өсөн 50 вкладты ябыҡ тип рәсмиләштергәндәр. Бына һиңә, мә! Кемдер банкта аҡсам ята, туплана, тип тыныс күңел менән йөрөй, шул уҡ ваҡытта ул аҡсаны банк хеҙмәткәре алып тотонған булып сыға..."Луизалар" күбәйә.

Фото:интернет
Читайте нас