Урманда бәшмәк йыйыусылар яңлыш ҡына аҡса сүплегенә юлыҡҡан.Кассирҙарҙың мисәте һуғылған моҡсайҙарға тултырылған миллиондар урманда ятҡан, табышта купюраларҙың бик күп төрлөһөн күрергә мөмкин!
Совет осорондағы аҡсалар сүп-сар өйөмөнә әүерелеп, Кострома өлкәһендәге Судиславский районындағы элекке стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренең шахталарында ята.
Белгестәр әйтеүенсә, бындағы һигеҙ шахтаның һәр береһенә 60-шар тонна аҡса күмелгән.
Һуңғы йылдарҙа, ниңәлер, нумизматтар ҙа, экологтар ҙа был шахталар менән ҡыҙыҡһынмай, ә бына металл эҙләүселәр был тирәлә күбәйгән.