Баймаҡта ике ҡатын урындағы Пенсия фонды бинаһында “бомба” тигән яҙыулы пакет ҡалдырған.
Был хәл көндөҙ була. Полицияға ҡото осҡан Пенсия фонды идарасыһы шылтырата.Йәһәт кенә саперҙар килеп етә, әммә пакетта бомба табылмай, бары принтер менән ҡап ҡына була.
Был "шаярыу"ҙы Пенсия фондында эшләгән ике ҡатын ойошторған, тигән хәбәр бар. Хоҡуҡ һаҡлау органдары бындай ҡылыҡты “аңламаған” һәм ғәфү итмәгән. Ҡатындар ҡулға алынған. Енәйәт эше асылыуы ихтимал.