Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2019, 15:01

Юрий Шатуновтың ҡайҙалығы билдәһеҙ

Юрий Шатунов юғалған

"Ласковый май" төркөмө продюсеры Андрей Разин менән Юрий Шатунов араһында бәхәс сыҡҡандан һуң хәлдәр бер ҙә яҡшырмаған - продюсеры йырсының бәйләнешкә сыҡмауын хәбәр итә.


Юрий Шатунов карьераһына зыян килтерә, тип Разиндың социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә яҙыуы ла фәтеүә бирмәгән. Етмәһә, Шатуновтың видеояҙмаларын Ютубтан алып ташлағандар, шулай 800 000 000 ҡарау юҡҡа сыҡҡан. Уны кире тергеҙеү мөмкин түгел, ти продюсер.


Августа иһә Андрей Разин Юрий Шатуновтың "Ласковый май" төркөмөнән китеүе һәм коллективтың репертуарынан тулыһынса баш тартыуы хаҡында хәбәр таратҡайны.
Читайте нас