Новости
2 Октября 2019, 06:46

ЕАЭС менән хеҙмәттәшлек итергә теләүселәр һаны арта

Рәсәй Президенты Владимир Путин Евразияның Юғары иҡтисади советы ултырышында был союзының ыңғай эш һөҙөмтәләре менән килешеүен белдерҙе. Сара был юлы Әрмәнстандың баш ҡалаһы Ереванда уҙҙы. Йыйынға Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Белоруссия, Молдова, Иран, Сингапур лидерҙары ла килгәйне. Эшлекле осрашыуҙар буйынса документтар имзаланды. Шул иҫәптән ЕАЭС ағзалары булған дәүләттәр һәм Сингапур араһында ирекле сауҙа тураһында Килешеү төҙөлдө.
Ғөмүмән, берлек менән хеҙмәттәшлек итергә теләүселәр һаны арта. Сербия, Израиль, Мысыр бергә эшләргә теләй. Тиҙҙән Һиндостан менән ирекле сауҙа итеү тураһында һөйләшеүҙәр башланыуы ихтимал.
#ВладимирПутин
Читайте нас