Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2019, 17:00

Торатау геопаркы халыҡ-ара кимәлдә презентацияланды

Испанияның Севилья ҡалаһында ЮНЕСКО Европа геопарктарының 15-се конференцияһында беренсе тапҡыр халыҡ-ара кимәлдә Торатау геопаркы презентацияланды. Конференцияла төрлө илдәр геопарктарынан 400-ләп вәкил ҡатнашты. Торатау геопаркы презентацияһында “Геопарктың үҫеш моделе” тәҡдим ителде һәм видеролик күрһәтелде.

Күрһәтелгән материалдар конференция аудиторияһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Читайте нас