Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Октябрь 2019, 11:27

Владимир Путин "Рәсәй энергетика аҙналығы" халыҡ-ара форумының пленар ултырышында сығыш яһаны

Рәсәй Президенты Владимир Путин "Рәсәй энергетика аҙналығы" халыҡ-ара форумының пленар ултырышында ҡатнашты һәм сығыш яһаны.
Мәскәүҙә үткән сараға донъяның алдынғы компаниялары, министрлыҡтар, белгестәрҙән 10,5 мең кеше йыйылғайны. Унда 80 илдән 200-ләп компания вәкиле бар ине. Владимир Путин белдереүенсә, ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд ҡуйылған. Тимәк, ҡыҙыҡһыныусылар һәм беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә теләүселәр ҙә арта бара.
- Белгестәр фекеренсә, яҡын йылдарҙа энергия ресурстарын файҙаланыу үҫәсәк. Иң тәүҙә Азия-тымыҡ океан төбәктәрендә. Шулай уҡ Европа кеүектәрҙә лә. Бында һатыусыларҙың ышаныслы булыуы тәүге планға сыға. Рәсәй Европа йүнәлеше буйынса ла тотороҡло, өҙлөкһөҙ газ һатыуҙы тәьмин итә. "Төрөк ағымы", "Төньяҡ ағым - 2" газ үткәргестәр кеүек ҙур проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙы дауам итәбеҙ. "Төрөк ағымы"ның диңгеҙ өлөшө тамамланды, ә "Төньяҡ ағым - 2" буйынса маршруттың 82 проценты һалынған. Был проектттарҙың маҡсаты - газ һатыу юлдарын киңәйтеү, транзит хәүефтәрен бөтөрөү һәм Европаның энергетик хәүефһеҙлеген нығытыу, - тине Рәсәй Президенты.
Президент һүҙҙәренсә, Азия яғы менән дә хеҙмәттәшлек бара. Ҡытайға нефтте күпләп һатабыҙ.
Йыл аҙағынаса "Себер көсө" газ үткәргесе эшләй башлаясаҡ. Ул - Ҡытайға ебәреләсәк газ маршрутының бер өлөшө.
#Владимир Путин
Читайте нас