Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2019, 12:00

Урамда үҫһә - бик ямаҡ

Унда ла үҫә ҡомалаҡ, бында ла үҫә ҡомалаҡ...

Унда ла үҫә ҡомалаҡ, бында ла үҫә ҡомалаҡ... Уны Гагарин, Нефтселәр һ.б. урамдарҙа, хатта үҙәк урамда ла күрергә мөмкин. Тик туғай үҫентеһенең урам буйҙарында үҫеүе Иҫәнғолға бер ҙә матурлыҡ өҫтәмәй. Уны хатта тиреп ҡулланырға ла ярамай - техника күп йөрөгән урындарҙа үҫкәне зыянлы матдәләр һеңдереп ултыра. Тимәк, тамырҙан йолҡоп бөтөрөү сараһын күрергә! МР хакимиәтендә "Дүшәмбе көн башлыҡ янында" үткән кәңәшмәлә лә ошо хаҡта һүҙ булды.
Читайте нас