Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы буйынса төшөрөлгән "Һеңлекәш" фильмын ҡарарға кем генә ашҡынмай икән?! Экрандарҙа, боронғоса. Интернеттан ҡарау мөмкинлеге булһа ла, "кит, тәмен бөтөрөп. Лутсы саҡ ҡына сабыр итеп, киң форматта, ҙур экрандарҙа ҡарайым" - тиҙәр күптәр. Иҫәнғолда ҡасан күрһәтелер икән? тип түҙемһеҙләнеп көткән тамашасылар һорауына район мәҙәниәт йорто директоры Альфред Ваһапов яуап биреп, 30 октябрҙә тәҡдим ителәсәге хаҡында хәбәр итте. Күп ҡалманы, көтәбеҙ!