Новости
12 Октября 2019, 18:23

11.10.2018 - 11.10.2019: ниндәй үҙгәрештәр?

Бер йылда ниндәй үҙгәрештәр булды? Биш көнлөк уҡытыуға күсеү, юлдарҙа тәртип булдырыу, чиновниктарҙың яуаплылығын арттырыу...

Биш көнлөк уҡытыуға күсеү, юлдарҙа тәртип булдырыу, чиновниктарҙың яуаплылығын арттырыу. Интернет киңлектәренә һалынған был видеояҙманы бер нисә сәғәт эсендә меңдәрсә кеше ҡарап өлгөргән. Блогер Аника Ти бер минут һәм ҡырҡ секунд эсендә Радий Хәбировтың шәхси тормошо һәм һөнәри эшмәкәрлегенә ҡыҫҡаса йомғаҡ яһап, "зачет" билдәһе ҡуя. Тыуған яғы - дүрт миллионлы халҡы булған Башҡортостанға ҡайтыуҙы сәйәсмән үҙе лә оло ҡыуаныс менән ҡабул итте.


Социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә «өйҙә» тигән хэштег ҡуйылыуы ла Башҡортостанға йылы ҡараш билдәһе. Республика етәксеһе тәүге көндән үк халыҡ янына ынтылды, асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙән ситләшмәне.


Бер йыл эсендә ул Башҡортостандың барлыҡ район-ҡалаларын урап сығып, халыҡты борсоған проблемалар менән яҡындан танышты. Ә улар күп. Газ, һыуға мохтажлыҡ булһынмы, социаль объекттарғамы?! Йәшәү сифаты түбән икән, кем ғәйепле?! Радий Фәрит улы чиновниктарҙың эшкә ҡарата яуаплылығын арттырҙы. Шелтәне лә йәлләмәне: “Мин һәр ваҡыт ғәҙеллек яғында йәшәнем һәм етәкселәрҙән дә шуны талап итәм. Кем минең менән риза түгел, улар эш урынын ҡалдырасаҡ, тәртип урынлаштырасаҡмын”.


Тәртип урынлаштырыу тәүге ултырыштарҙан уҡ башланды. Иң беренсе булып эш урынын һаулыҡ һаҡлау министры ҡалдырҙы, күп тә үтмәй вице-премьерҙар вазифаларын бушатты. Көтөлмәгән боролош - власть кимәлендә эшкә ҡараш үҙгәрә, яуаплылыҡ арта.


Ыңғай үҙгәрештәр оҙаҡ көттөрмәне. Башҡортостан байлығы - карьерҙарҙы талаусыларға ҡаршы көрәш, район-ҡала урамадарында яҡтыртыу ҡорамалдарын ҡуйып, ҡара нөктәләрҙе бөтөрөү, күп ҡатлы йорт подъездары-ихаталар өсөн махсус программаларҙың эшләй башлауы – быларҙың барыһы ла халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән. Әйтәйек, быйыл Башҡортостанда мең ике йөҙ саҡрымдан ашыу юл төҙөкләнлерелде, уҙған йылдар менән сағыштырғанда рекорд күрһәткес.


«Башавтотранс» автопаркының яңырыуы ла – Өфө менән муниципалитеттар араһында транспорт бәйләнешен булдырыуға килтерҙе. Бөлгөнлөккә төшкән предприятиелар тергеҙелде.


Мәктәптәрҙә туҡланыуҙың «берҙәм меню» буйынса ойошторолоуы, һөт кухняларының ҡайтарылыуы, яңы мәғариф, медицина учреждениеларының сафҡа индерелеүе лә - күптән көтөп алынған ваҡиға.


Социаль мәсьәләләрҙең хәл ителеше менән бер рәттән Башҡортостанда инвестиция климатының яҡшырыуы ла күҙәтелә, ярты йылда инвестициялар күләме ун дүрт процентҡа артҡан. Махсус иҡтисади биләмәләр булдырылыуы ла ыңғай күренеш. Хәҙер һәр район-ҡала хакимиәтендә бизнес-шерифтар эшләй, тап улар урында эшҡыуарлыҡ үҫеше өсөн яуаплы.


Милләт-ара татыулыҡты нығытыу, туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу буйынса ла аныҡ маҡсаттар ҡуйыла. Был Бөтә донъя Башҡорттары ҡоролтайы Съезында ла сағылыш тапты.


Илгиз Солтанморатов, Башҡортостандың халыҡтар дуҫлығы йорто директоры вазифаһын башҡарыусы, социология фәндәре кандидаты: “Махсус программалар ҡабул ителә, матди ярҙам һиҙелә. Сит төбәктәрҙә йәшәгән беҙҙең башҡорттарға тарихи-мәҙәни үҙәктәр асыу тигән ҡарары бар, ул беҙҙең сентябрҙәге указында бар”.


Радий Хәбиров республикала спортты үҫтереүгә лә етди ҡарай, тиҙҙән Өфөлә көрәш, волейбол буйынса буйынса донъя чемпионаттары уҙғарыласаҡ. шулай уҡ һәр район-ҡалала йөҙөү бассейндарын булдырыу ҙа – тормошҡа ашырыласаҡ маҡсаттың береһе. Хоккей булһынмы, футболмы, ат сабыштарымы – республика етәксеһе матч, турнирҙар, һабантуйҙарҙы ҡалдырмай - республика халҡы менән еңеүгә ынтыла.
Читайте нас