11 октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте йортонда журналистарға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияларҙы тапшырыу тантанаһы үтте. Быйыл абруйлы наградаға дүрт журналист лайыҡ булды, улар «Башҡортостан» гәзитенең бүлек мөдире Лариса Абдуллина, Башинформ агентлығы корреспонденты Азат Ғиззәтуллин, «Ҡыҙыл таң » гәзитенең бүлек мөдире Фәнүз Хәбибуллин һәм БСТ-ның яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин да бар. Хәбәр итеүебеҙсә, быйыл премияға 17 журналист дәғүә итте.