Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2019, 11:26

Маҡсаттар сифатлы күрһәткестәр талап итә

Рәсәй Президенты Владимир Путин рәйеслегендә Түбәнге Новгород ҡалаһында Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса Президент ҡарамағындағы Советтың сираттағы ултырышы үтте.
Фекер алышыуҙарҙың төп маҡсаты - төбәктәрҙең сәләмәт тормошто пропагандалауҙағы һәм 2024 йылға ил халҡының 55 процентын физкультура менән даими шөғөлләнеүгә ылыҡтырыуҙағы роле.
Беләһегеҙ, бындай маҡсатҡа ирешеү "Демография" милли проектының да төп күрһәткестәренең береһе буласаҡ. Уның биш федераль проекты араһында "Спорт - йәшәү нормаһы" тигәне лә бар.
Владимир Путин белдереүенсә, ҡуйылған маҡсаттар һанды ғына түгел, ә сифатлы күрһәткестәрҙе лә талап итә. Иң мөһиме - кеше һаулығы.
Ил төбәктәре етәкселәре муниципалитеттарҙа физик культураны үҫтереүгә яуаплы етәкселек менән айырыуса тығыҙ бәйләнештә эшләргә тейеш.
#ВладимирПутин
Читайте нас