15 ОКТЯБРЬ - ХАЛЫҠ-АРА АУЫЛ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРЫ КӨНӨ
Был байрам 2008 йылдан алып билдәләнә.
Уның маҡсаты – ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының еңелдән булмаған хәленә иғтибарҙы йүнәлтеү, шулай уҡ уларҙың аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт индустрияһына индергән хеҙмәт өлөшөн лайыҡлы баһалау.
Ысынлап та, бөгөнгө көндә ауылда йәшәү – үҙе бер батырлыҡ.
Ҡара таңдан тороп ятып киткәнсә, донъяның бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрен аҡтарып, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәрен башҡарып йөрөгән ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына һәйкәл ҡуйырлыҡ!
БАЙРАМ МЕНӘН, ҺӨЙӨКЛӨ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР!