Новости
16 Октября 2019, 05:58

Республикала Әсәлек Даны миҙалын тапшырыу тантанаһы үтте

Башҡортостанда күп балалы әсәләр тәбрикләнде Кисә Өфөлә 5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләүселәргә Әсәлек Даны миҙалын тапшырыу тантанаһы үтте. Әсәләрҙе Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев ҡотланы. Бүләкләнеүсе күп балалы 48 әсә араһында беҙҙең райондыҡылар ҙа бар. Иҫәнғол ауылынан Айһылыу Аҙнабаева һәм Ҡужанаҡтан Гөлназ Бирҙеғолова ла "Әсәлек даны" миҙалын алды. Уларға һәм ғаиләләренә именлек, аяҙ күк йөҙө, илебеҙҙең ысын патриоттарын тәрбиәләүҙәрен теләйбеҙ! 1998 йылдан алып Башҡортостанда бөтәһе 7,5 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ ошо юғары исемгә лайыҡ булды. 2019 йылдың 1 ғинуарынан «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам күләме 17 241 һум тәшкил итә.Дәүләт наградаһына биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән өлгө булырҙай ҡатын-ҡыҙҙар тәҡдим ителә.

Башҡортостанда күп балалы әсәләр тәбрикләнде

Кисә Өфөлә 5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләүселәргә Әсәлек Даны миҙалын тапшырыу тантанаһы үтте. Әсәләрҙе Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев ҡотланы.

Бүләкләнеүсе күп балалы 48 әсә араһында беҙҙең райондыҡылар ҙа бар. Иҫәнғол ауылынан Айһылыу Аҙнабаева һәм Ҡужанаҡтан Гөлназ Бирҙеғолова ла "Әсәлек даны" миҙалын алды.Уларға һәм ғаиләләренә именлек, аяҙ күк йөҙө, илебеҙҙең ысын патриоттарын тәрбиәләүҙәрен теләйбеҙ!

1998 йылдан алып Башҡортостанда бөтәһе 7,5 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ ошо юғары исемгә лайыҡ булды. 2019 йылдың 1 ғинуарынан «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам күләме 17 241 һум тәшкил итә.Дәүләт наградаһына биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән өлгө булырҙай ҡатын-ҡыҙҙар тәҡдим ителә.
Читайте нас