Иғтибар иткәнегеҙ булдымы икән? Һуңғы ваҡытта беҙҙең йәштәр Башҡортостандан ситтә, берәй билдәле урында халыҡ бейеүен башҡарып, интернетҡа башланы. Улар араһында билдәле артистар ҙа, ябай кешеләр ҙә бар.
Улар араһында билдәле артистар ҙа, ябай кешеләр ҙә бар.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та был күренешкә иғтибар иткән. Бөгөн үҙенең социаль селтәрендә ошо видеоларҙы беркетеп, пост та яҙып сыҡты ул.
“Беҙҙең йәштәр илдең һәм донъяның билдәле урындарында бейеүҙе мода итеп алды. Минеңсә, улар бер кемгә лә ҡамасауламай. Киреһенсә, кешеләргә оҡшай һәм уларҙы фотоға төшөрә. Әйҙәгеҙ, былай итәбеҙ: Башҡортостандан ситтә йәки уның эсендә башҡарылған иң матур башҡорт бейеүе өсөн, тик унда ситтә йәшәгән ҡунаҡтың да ҡатнашыуы шарт, бер нисә айҙан үҙемдең шәхси бүләгемде тапшырасаҡмын! Һылтанмалар ебәрегеҙ!”, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы.
Бик ҡыҙыҡ идея һәм үҙенсәлекле башланғыс. Йәштәр, бейеүселәр, ситтә ҡалмағыҙ! Матур итеп башҡорт бейеүен башҡарып, Башлыҡ призын отоп ҡарағыҙ!