Новости
23 Октября 2019, 07:44

Ҡарабойҙайға хаҡ арта

Башҡортостанда тәьмин итеүселәр ҡарабойҙай ярмаһына хаҡты күтәрҙе, тип хәбәр итә “Башинформ”. Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе Фәрит Ғиндуллин һүҙҙәренсә, хаҡтар сентябрҙә үк үҙгәрә башлаған. Бөгөн яҡынса 15% артыу теркәлә.
«Сентябрҙә сауҙа предприятиелары ҡарабойҙайҙың бер килограмын 35 һумдан алһа, кисә уны 46 һумдан алды», – тип аңлатты Ғиндуллин.
Шуға ҡарамаҫтан, ҡиммәтләнеүгә бәйле, республиканың сауҙа селтәрҙәрендә ҡарабойҙай ярмаһы тирәләй шау-шыу юҡ. Әлегә хаҡты арттырыуҙың сәбәбе хәбәр ителмәй.
Читайте нас