Кисә Сочи ҡалаһында ҙурлығы буйынса бығаса булмаған “Рәсәй – Африка” саммиты башланды. Унда ун меңдән артыҡ кеше, илленән артыҡ ил, дүрт тиҫтә дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары ҡатнаша.
Сара барышында Африка илдәре етәкселәре Рәсәй менән хәрби-техник, атом, финанс һәм файҙалы ҡаҙылмалар табыу өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләүҙәрен белдерҙе.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй артабан да Африка партнерҙарына көнүҙәк проблемаларын хәл итеүҙә булышлыҡ итәсәк, тип белдерҙе. Атап әйткәндә, Мәскәү уларға локаль кризистарҙы, терроризмға һәм экстремизмға, наркотрафикҡа ҡаршы көрәштә ярҙам итәсәк. Рәсәй Африка дәүләттәре менән тиң хоҡуҡ, дуҫлыҡ һәм үҙ-ара ихтирам принциптарында артабан да әүҙем хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй, тип өҫтәне Рәсәй Президенты.