Тейешле ҡарар ресубликаның рәсми хоҡуҡи-мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты. Проект «Өлкән быуын» һәм «Демография» программалары сиктәрендә бойомға ашырыла. Айырым социаль әһәмиәтле йоғошло булмаған сирҙәре асыҡлау өсөн өҫтәмә тикшереүҙәр һәм скринингтар тураһында телефон, киң мәғлүмәт саралары аша хәбәр итеү күҙаллана.