Кисә Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһы үтте. Унда уҙған һайлау кампанияһына йомғаҡтар яһалды, алдағы осорға өҫтөнлөклө бурыстар билдәләнде һәм партияның XIX съезына делегаттар һайланды.
Делегаттар йәшерен тауыш биреү юлы менән “Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретарын һайланы. Ул – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров булды. Был вазифала ул ун йыл буйына эшләгән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевты алмаштырҙы.
Төбәк Башлығы Константин Толкачевҡа “Берҙәм Рәсәй”ҙең абруйын күтәреүҙәге хеҙмәте һәм уңышлы етәкселек иткәне өсөн партия рәйесе Дмитрий Медведевтың Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Үҙенең сығышында Радий Хәбиров ышаныс өсөн партия ағзаларына рәхмәтен әйтте.
– Был минең өсөн ниндәйҙер артыҡ өҫтәмә бурыс түгел, ә тулы ҡанлы айырым эш. Уны етди һәм яуаплы башҡарырға тырышасаҡмын, – тине ул. – Партия – власть өсөн көрәштең берҙән-бер легаль инструменты. Һәм бында ултырғандарҙың күбеһе өсөн тап партия беҙҙең компетенцияны һәм вәкәләттәрҙе көсәйтеүсе ресурс булып тора.
Радий Хәбиров белдереүенсә, сәйәси көрәштең традицион саралары юҡҡа сыға һәм хәҙер яңыса эшләргә кәрәк. Партияға республикала алдынғы урындарҙы һаҡлау өсөн заманса, ҡыҙыҡлы булырға кәрәк.
Бының өсөн шул иҫәптән кадрҙар составын яңыртырға, йәш әүҙемселәрҙе йәлеп итергә кәрәк. Тап улар республика халҡын борсоған проблемаларҙы хәл итеүҙә заманса юлдар менән эшләр тип көтөлә.
– Эштәге формализмдан ҡотолоу шарт, ул халыҡта тик асыу ғына уята. Партия кеше булған һәр ерҙә булырға тейеш, шул иҫәптән социаль селтәрҙәрҙә лә, –тине Радий Фәрит улы.
Шул уҡ ваҡытта Республика Башлығы фекеренсә, “Берҙәм Рәсәй” ағзалары эшмәкәрлеге тел тейҙермәҫлек булырға тейеш, сөнки уларҙың һәр аҙымы йәмғиәт тарафынан микроскоп аҫтындағы кеүек күҙәтелә.
Радий Хәбиров партиялаштарына хоспис төҙөүҙә әүҙем аҡса йыйышҡандары, Сибайҙағы ауыр экологик хәлдә уңышлы эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Ул төбәк башҡарма комитетына партия эсендә үҫешкә арналған дискуссия үткәрергә ҡушты. Был дискуссия исем өсөн генә түгел, ә аныҡ ҡарарҙар уйлап сығарып, артабан уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн кәрәк, тип белдерҙе Радий Фәрит улы.