“Йәшә, урман!” Бөтә Рәсәй акцияһы республикала уңышлы дауам итә. Сара “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” бүлегенә ярашлы тормошҡа ашырыла.
Билдәле булыуынса, акция быйыл айырыуса киң ойошторолдо, уны төбәгебеҙҙең һәр районында хуплап ҡаршы алып, дәррәү ҡушылдылар.
Дөйөм планға килгәндә, “Йәшә, урман!” акцияһын үткәреү барышында 30 гектар тирәһе урман культураһы булдырыу, ағаслы 325 гектар майҙанды тәртипкә килтереү, 50 гектарҙа сүп-сар йыйыу, шулай уҡ 200 гектар майҙанда урмандарҙы төрлө ҡалдыҡтарҙан таҙартыу ҡаралған.
Акцияла 20 меңдән ашыу кеше ҡатнаша (дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре, урмансылыҡтарҙа эшләүселәр, төрлө уҡыу йорттарында белем алғандар, ирекмәндәр һб.). Урмансылыҡ хеҙмәткәткәрҙәре мәктәптәрҙә дәрестәр һәм күнекмәләр үткәрә.