Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь 2019, 06:13

"Эко-Сити" яңы техника алды

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса “Эко-Сити” төбәк операторы яңы техника менән тәьмин ителде. Был эш “Экология” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды. Яңы техникалы булыу төбәк операторына халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. Бындай эшмәкәрлек – “Экология” милли проекты күрһәткестәренә етеүгә ныҡлы этәргес, маҡсатҡа өлгәшеүҙең төп нигеҙе. “Эко-Сити” төбәк операторы 32 берәмек яңы техника алды. Уларҙың 15-е республиканың көньяҡ райондарын хеҙмәтләндерәсәк. Яңы техника төрҙәрен күрһәтеү яҡын арала “Ҡыҙыл пролетарий” майҙансығында үтәсәк. Күптән түгел Башҡортостанда милли проекттарҙың үтәлешен тикшереү маҡсатында Федераль мониторинг төркөмө булып китте. Уның йомғаҡлау ултырышында “Экология” мәсьәләләре буйынса Дәүләт Думаһы депутаты Дмитрий Ламейкин һөйләне. Ул сығышында бөтә илдәге проблемаларға ла туҡалды. Депутат медицина ҡалдыҡтарын утилләштереү мәсьәләһенә ныҡлы туҡталды. Ул республикала сүп-сарҙың айырым йыйылыуы, төбәк операторҙарына техника алыуҙа ярҙам итеү, “ҡыҙыу линия” ойоштороу кеүек эштәрҙе өлгө итеп ҡуйҙы. “Йыл башынан төбәк операторҙарына ҡырҡ меңдән ашыу кеше төрлө һорауҙар, тәҡдимдәр, ялыуҙар менән шылтыратҡан, мөрәжәғәттәрҙең күбеһе ыңғай хәл ителгән”, – тине депутат. #национальныепроекты#нацпроекты

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса “Эко-Сити” төбәк операторы яңы техника менән тәьмин ителде. Был эш “Экология” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды.
Яңы техникалы булыу төбәк операторына халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. Бындай эшмәкәрлек – “Экология” милли проекты күрһәткестәренә етеүгә ныҡлы этәргес, маҡсатҡа өлгәшеүҙең төп нигеҙе.
“Эко-Сити” төбәк операторы 32 берәмек яңы техника алды. Уларҙың 15-е республиканың көньяҡ райондарын хеҙмәтләндерәсәк. Яңы техника төрҙәрен күрһәтеү яҡын арала “Ҡыҙыл пролетарий” майҙансығында үтәсәк.
Күптән түгел Башҡортостанда милли проекттарҙың үтәлешен тикшереү маҡсатында Федераль мониторинг төркөмө булып китте. Уның йомғаҡлау ултырышында “Экология” мәсьәләләре буйынса Дәүләт Думаһы депутаты Дмитрий Ламейкин һөйләне. Ул сығышында бөтә илдәге проблемаларға ла туҡалды. Депутат медицина ҡалдыҡтарын утилләштереү мәсьәләһенә ныҡлы туҡталды. Ул республикала сүп-сарҙың айырым йыйылыуы, төбәк операторҙарына техника алыуҙа ярҙам итеү, “ҡыҙыу линия” ойоштороу кеүек эштәрҙе өлгө итеп ҡуйҙы.
“Йыл башынан төбәк операторҙарына ҡырҡ меңдән ашыу кеше төрлө һорауҙар, тәҡдимдәр, ялыуҙар менән шылтыратҡан, мөрәжәғәттәрҙең күбеһе ыңғай хәл ителгән”, – тине депутат.
Читайте нас