Кисә, 5 ноябрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Ҡурай-ТВ" музыкаль телеканалының бер тиҫтә йыллыҡ юбилейы билдәләнде.
Ун йыл эсендә каналға тәүлектең 24 сәғәте буйы башҡорт рухлы тапшырыуҙар күрһәткән ҡеүәтле ресурсҡа әйләнергә яҙҙы.
Кисәлә шулай уҡ "Ҡурай даны" беренсе милли телепремияға лайыҡ булыусыларҙы тәбрикләнеләр. Яҡташыбыҙ "Йәшлек" гәзите хәбәрсеһе Гөлнур Ҡыуатованың да улар араһында булыуы бик һөйөндөрҙө!