Новости
8 Ноября 2019, 06:40

Ҡаҙағстан менән мөнәсәбәттәр нығына

Владимир Путин Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнашты. Был сара ике дәүләттең бөтә яҡлап мөнәсәбәтен нығытыуға арналды. Рәсәйҙең 85 субъектының 76-һы Ҡаҙағстан өлкәләре менән хеҙмәттәшлек итә, иҡтисадтың төрлө өлкәһендә 400-ҙән ашыу ике яҡлы килешеү төҙөлгән. Владимир Путин белдереүенсә, бындай форум тәүге тапҡыр 2003 йылда үткән булған. Ҡаҙағстан – беҙҙең иң ышаныслы партнерҙарҙың береһе. Тауар әйләнеше күләме лә арта. Рәсәй – ул республика иҡтисадына иң күп инвестиция һалыусынан һанала. Президент Ҡасим-Жомарт Тоҡаев әйтеүенсә, Ҡаҙағстанда бөгөн 6800 тирәһе Рәсәй предприятиеһы уңышлы эшләй. 3200 уртаҡ компания бар. #ВладимирПутин

Владимир Путин Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнашты.
Был сара ике дәүләттең бөтә яҡлап мөнәсәбәтен нығытыуға арналды. Рәсәйҙең 85 субъектының 76-һы Ҡаҙағстан өлкәләре менән хеҙмәттәшлек итә, иҡтисадтың төрлө өлкәһендә 400-ҙән ашыу ике яҡлы килешеү төҙөлгән.
Владимир Путин белдереүенсә, бындай форум тәүге тапҡыр 2003 йылда үткән булған.
Ҡаҙағстан – беҙҙең иң ышаныслы партнерҙарҙың береһе. Тауар әйләнеше күләме лә арта. Рәсәй – ул республика иҡтисадына иң күп инвестиция һалыусынан һанала.
Президент Ҡасим-Жомарт Тоҡаев әйтеүенсә, Ҡаҙағстанда бөгөн 6800 тирәһе Рәсәй предприятиеһы уңышлы эшләй. 3200 уртаҡ компания бар.
Читайте нас