Новости
11 Ноября 2019, 14:30

Яңы байрам йылына ике тапҡыр билдәләнәсәк

Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Андрей Назаров йылына ике тапҡыр билдәләнергә тейешле яңы байрам индереүгә аңлатма бирҙе. «Был үҙ мәҙәниәтеңде баһаларға өҫтәмә мөмкинлек булыр тип иҫәпләйбеҙ», – тип белдерҙе Башҡортостан премьер-министры урынбаҫары Андрей Назаров бөгөн, 11 ноябрҙә, хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. Ул 2020 йылдың апрелендә байрамды «сифатлы итеп» уҙғарыу өсөн хөкүмәт ағзаларынан ошо мәсьәләне «эшләп бөтөүҙе» һораны. Уның һүҙҙәренсә, был «матур йолаға» әүерелергә тейеш. Бөгөн тәүге тапҡыр хөкүмәттәге оператив кәңәшмәне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров түгел, ә уның яңыраҡ тәғәйенләнгән беренсе урынбаҫары Андрей Назаров үткәрҙе. Быға тиклем Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы йыйылышта республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров төбәктә Милли кейем көнө булдырыласағы тураһында белдегәйне. Андрей Назаров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә байрамдың апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнәсәген һөйләне.

Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Андрей Назаров йылына ике тапҡыр билдәләнергә тейешле яңы байрам индереүгә аңлатма бирҙе.
«Был үҙ мәҙәниәтеңде баһаларға өҫтәмә мөмкинлек булыр тип иҫәпләйбеҙ», – тип белдерҙе Башҡортостан премьер-министры урынбаҫары Андрей Назаров бөгөн, 11 ноябрҙә, хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. Ул 2020 йылдың апрелендә байрамды «сифатлы итеп» уҙғарыу өсөн хөкүмәт ағзаларынан ошо мәсьәләне «эшләп бөтөүҙе» һораны. Уның һүҙҙәренсә, был «матур йолаға» әүерелергә тейеш.
Бөгөн тәүге тапҡыр хөкүмәттәге оператив кәңәшмәне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров түгел, ә уның яңыраҡ тәғәйенләнгән беренсе урынбаҫары Андрей Назаров үткәрҙе.
Быға тиклем Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы йыйылышта республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров төбәктә Милли кейем көнө булдырыласағы тураһында белдегәйне. Андрей Назаров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә байрамдың апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнәсәген һөйләне.
Читайте нас