Новости
15 Ноября 2019, 06:15

“Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты нисек тормошҡа ашырыла

“Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса тармаҡ етәкселәренең эш кәңәшмәһе уҙҙы. Министрлыҡ һәм ведомство башлыҡтары ҡатнашлығындағы сараны Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров үткәрҙе. “Урмандарҙы һаҡлау” проекты буйынса быйыл Башҡортостан Урман хужалығы министрлығына федераль бюджеттан 200 миллион һум бүленгән. Аҡса урмандарҙы тергеҙеүгә һәм янғынға ҡаршы техника һатып алыуға йүнәлтелгән. Ошондай маҡсаттарға бындай суммала ярҙамды республика беренсе тапҡыр алды. Төбәк биләмәһендә урман фонды сиктәрен билдәләү һәм уларҙы кадастр иҫәбенә ҡуйыу мәсьәләһе хәл ителеп килә. Әлегә был эш 3,3 миллион гектарҙа 19 урмансылыҡта атҡарылған – был Башҡортостандағы дөйөм урман майҙанының 57 процентын тәшкил итә. 1739,6 мең гектар кадастр иҫәбенә ҡуйылған – урман фондының 30 проценты. Был йәһәттән эште киләһе йыл тамамлау планлаштырыла. “Башҡортостан Башлығы Р.Ф. Хәбиров мине ошо йүнәлеш өсөн яуаплы итеп билдәләгәндән алып министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре менән етенсе тапҡыр кәңәшмә үтте. Күп мәсьәлә хәл ителде, уларҙың бер өлөшө ведомство-ара бәйләнештең юҡлығынан килеп сыға”, – тип яҙҙы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса тармаҡ етәкселәренең эш кәңәшмәһе уҙҙы.
Министрлыҡ һәм ведомство башлыҡтары ҡатнашлығындағы сараны Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров үткәрҙе.
“Урмандарҙы һаҡлау” проекты буйынса быйыл Башҡортостан Урман хужалығы министрлығына федераль бюджеттан 200 миллион һум бүленгән. Аҡса урмандарҙы тергеҙеүгә һәм янғынға ҡаршы техника һатып алыуға йүнәлтелгән. Ошондай маҡсаттарға бындай суммала ярҙамды республика беренсе тапҡыр алды.
Төбәк биләмәһендә урман фонды сиктәрен билдәләү һәм уларҙы кадастр иҫәбенә ҡуйыу мәсьәләһе хәл ителеп килә. Әлегә был эш 3,3 миллион гектарҙа 19 урмансылыҡта атҡарылған – был Башҡортостандағы дөйөм урман майҙанының 57 процентын тәшкил итә. 1739,6 мең гектар кадастр иҫәбенә ҡуйылған – урман фондының 30 проценты. Был йәһәттән эште киләһе йыл тамамлау планлаштырыла.
“Башҡортостан Башлығы Р.Ф. Хәбиров мине ошо йүнәлеш өсөн яуаплы итеп билдәләгәндән алып министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре менән етенсе тапҡыр кәңәшмә үтте. Күп мәсьәлә хәл ителде, уларҙың бер өлөшө ведомство-ара бәйләнештең юҡлығынан килеп сыға”, – тип яҙҙы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.
Читайте нас