Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев район һәм ҡала биләмәһе үҙидаралығының ҡатын-ҡыҙ депутаттары менән осрашты. Әсәйҙәр көнө алдынан ойошторолған сараның төп маҡсаты – социаль өлкәләге милли проектарҙы ғәмәлгә ашырыу, халыҡ араһында аңлатыу эштәрен алып барыу һәм ярҙам итеү. Осрашыуҙа һаулыҡ һаҡлау, мәғариф мәсьәләләре күтәрелде. Демографик хәлде арттырыу йәһәтенән балалалы әсәләргә хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу һәм ҡыҙҙарҙы бәләкәйҙән әсә булырға әҙерләү зарур, тигән тәҡдимдәр индерелде.
– Республикала милли проекттар 58 төбәк проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла, – тине Константин Толкачев. – 2019 йылда уларҙы тормошҡа ашырыуға 27,8 млрд һум бюджет аҡсаһы ҡаралған. Шуның 14,5 млрд һумы федераль средстволар. Ҡуйылған бурыстарҙы үтәү өсөн хеҙмәт етештереүсәнлеген ике тапҡырға тиерлек арттырырға кәрәк.
Парламент рәйесе республикала милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса уңышлы эш өлгөләре тураһында һөйләне һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы.