Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2019, 11:30

Хакатон – хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу форумы

Торатау конгресс-холлында «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә Хакатон форумы үтте. Хакатон – ул “Етештереүсәнлек лидерҙары” белем биреү программаһының федераль уникаль башланғысы. Ул сеймал булмаған тармаҡ предприятиелары топ-менеджерҙарына иҫәпләнгән. Форумда ҡатнашыусылар 5-8 кешенен торған командаларға берләшеп, үҙ предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу йәһәтенән ҡарарҙар ҡабул итә. Артабан төбәк һәм федераль ҡарарҙар банкы ла булдырыласаҡ. Хакатонда Рәсәйҙең 4 төбәгенән милли проектҡа килешеү төҙөп ингән предприятиелар ҡатнашты. Билдәле булыуынса, Башҡортостанда улар әлегә 48. «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» милли проектында ҡушылырға теләүселәр һаны арта бара. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Торатау конгресс-холлында «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә Хакатон форумы үтте.
Хакатон – ул “Етештереүсәнлек лидерҙары” белем биреү программаһының федераль уникаль башланғысы. Ул сеймал булмаған тармаҡ предприятиелары топ-менеджерҙарына иҫәпләнгән. Форумда ҡатнашыусылар 5-8 кешенен торған командаларға берләшеп, үҙ предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу йәһәтенән ҡарарҙар ҡабул итә. Артабан төбәк һәм федераль ҡарарҙар банкы ла булдырыласаҡ.
Хакатонда Рәсәйҙең 4 төбәгенән милли проектҡа килешеү төҙөп ингән предприятиелар ҡатнашты. Билдәле булыуынса, Башҡортостанда улар әлегә 48. «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» милли проектында ҡушылырға теләүселәр һаны арта бара.
Читайте нас