Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2019, 11:30

Владимир Путин: «Төп йүнәлеш – халыҡ менән бергә булыу...»

23 ноябрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй” партияһының XIX съезы эшендә ҡатнашты. Сара Мәскәүҙә үтте. Съезда ике мең самаһы кеше ҡатнашты. Съездың пленар ултырышында сығыш яһап, Рәсәй Президенты Владимир Путин партияның мөһим бурыстарын билдәләне. “Берҙәм Рәсәй” – илебеҙҙең иң ҙур, алдынғы сәйәси партияһы. Был статусты иң тәүҙә граждандарҙың, илдең мәнфәғәттәрен ҡайғыртыуы, тарихтың ҡатмарлы боролоштар мәлендә яуаплылыҡтан ҡурҡмай, ҡарарҙар ҡабул итергә әҙерлеге менән яуланы, – тине Владимир Путин. – Партияның эшендә төп йүнәлеш – халыҡ менән бергә булыу, кешеләрҙең мохтажлыҡтарын яҡшы белеү, ярҙам итеү, аңлатыу, яҡлау. Граждандар хаҡында артабан да хәстәрлек күреп, лидерлыҡты раҫлаясаҡбыҙ”. Съездың йомғаҡтары буйынса, Радий Хәбиров партияның Генераль советы составына инде. “Партия республика өсөн бик күпте эшләй, – тине Радий Фәрит улы, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп. – Әммә проблема шунда, уны һәр ваҡыт чиновниктар партияһы тип ҡабул иттеләр. Асылда уның составында, чиновниктарҙан тыш, төрлө һөнәр эйәләре, хәрбиҙәр, уҡытыусылар, табиптар, ғөмүмән, барлыҡ тармаҡтар вәкилдәре бар. Беҙҙең беренсе бурыс – халыҡҡа ошо ысынбарлыҡты еткереү. Әлегә быны бигүк яҡшы эшләмәнек. Икенсенән, яңыртыу тураһында әйткәндә, заман реалийҙарын аңламағандарҙы, әхлаҡи, кешелек сифаттары беҙҙеке менән тап килмәгәндәрҙе тотмаясаҡбыҙ. “Берҙәм Рәсәй” – халҡыбыҙҙың бер өлөшө. Бөгөн йәмғиәттә ябай кешелек мөнәсәбәттәренә, ихласлыҡҡа, намыҫлылыҡҡа, ғәҙеллеккә ҙур мохтажлыҡ бар. Ошоноң өсөн дә мин фекер алышыу үткәрергә тәҡдим иттем. Уның һөҙөмтәләре буйынса ни булыр – ҡарарбыҙ”. #ВладимирПутин

23 ноябрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй” партияһының XIX съезы эшендә ҡатнашты. Сара Мәскәүҙә үтте.
Съезда ике мең самаһы кеше ҡатнашты. Съездың пленар ултырышында сығыш яһап, Рәсәй Президенты Владимир Путин партияның мөһим бурыстарын билдәләне.
“Берҙәм Рәсәй” – илебеҙҙең иң ҙур, алдынғы сәйәси партияһы. Был статусты иң тәүҙә граждандарҙың, илдең мәнфәғәттәрен ҡайғыртыуы, тарихтың ҡатмарлы боролоштар мәлендә яуаплылыҡтан ҡурҡмай, ҡарарҙар ҡабул итергә әҙерлеге менән яуланы, – тине Владимир Путин. – Партияның эшендә төп йүнәлеш – халыҡ менән бергә булыу, кешеләрҙең мохтажлыҡтарын яҡшы белеү, ярҙам итеү, аңлатыу, яҡлау. Граждандар хаҡында артабан да хәстәрлек күреп, лидерлыҡты раҫлаясаҡбыҙ”.
Съездың йомғаҡтары буйынса, Радий Хәбиров партияның Генераль советы составына инде.
“Партия республика өсөн бик күпте эшләй, – тине Радий Фәрит улы, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп. – Әммә проблема шунда, уны һәр ваҡыт чиновниктар партияһы тип ҡабул иттеләр. Асылда уның составында, чиновниктарҙан тыш, төрлө һөнәр эйәләре, хәрбиҙәр, уҡытыусылар, табиптар, ғөмүмән, барлыҡ тармаҡтар вәкилдәре бар.
Беҙҙең беренсе бурыс – халыҡҡа ошо ысынбарлыҡты еткереү. Әлегә быны бигүк яҡшы эшләмәнек. Икенсенән, яңыртыу тураһында әйткәндә, заман реалийҙарын аңламағандарҙы, әхлаҡи, кешелек сифаттары беҙҙеке менән тап килмәгәндәрҙе тотмаясаҡбыҙ.
“Берҙәм Рәсәй” – халҡыбыҙҙың бер өлөшө. Бөгөн йәмғиәттә ябай кешелек мөнәсәбәттәренә, ихласлыҡҡа, намыҫлылыҡҡа, ғәҙеллеккә ҙур мохтажлыҡ бар. Ошоноң өсөн дә мин фекер алышыу үткәрергә тәҡдим иттем. Уның һөҙөмтәләре буйынса ни булыр – ҡарарбыҙ”.
Читайте нас