“Себер көсө” газ үткәргесен эшкә ебәреү тантанаһы Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Ҡытай етәксеһе Си Цзиньпин ҡатнашлығында үтәсәк. Дәүләт башлыҡтары бөгөн Рәсәй газын Ҡытай Халыҡ Республикаһына поставкалауҙы телекүпер режимында асасаҡ, тип хәбәр итә Кремль матбуғат хеҙмәте.
Оҙонлоғо 2200 саҡрым тәшкил иткән “Себер көсө” газ үткәргесен төҙөү 2014 йылдың сентябрендә башланғайны һәм план буйынса 20 декабрҙә тамамланырға тейеш ине.
Тәбиғи газ поставкалауға Ҡытай менән 30 йыллыҡ килешеүгә ярашлы йыл һайын Ҡытай милли нефтегаз корпорацияһына 38 млрд яғыулыҡ оҙатыу планлаштырыла. Әле газ үткәргестең беренсе участкаһын төҙөү тамамланды.