Новости
6 Декабря 2019, 01:18

Ҡытайға – көнбағыш майы

Күмертауҙың «Элеватор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте быйыл Ҡытай Халыҡ Республикаһына 4 мең тонна көнбағыш майы оҙатты, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы. Хаҡы – 20 миллион юань. Әйткәндәй, тәүге һынау партияһы июлдә үк ебәрелгәйне. Хәҙер Башҡортостан майына булған ҡыҙыҡһыныу бермә-бер арта, предприятиела Ҡытайға май продукцияһы экспорты күләмен арттырырға иҫәп тоталар. Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл, "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы, 2019 йылда Башҡортостан биләмәһенән дөйөм суммаһы 2,6 миллиард һумлыҡ 103 000 тоннанан ашыу май продукцияһы (көнбайыш, рапс майы һәм шрот) оҙатылған. Экспортерҙар — Шишмә май экстракцияһы заводы һәм «Элеватор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Улар «Сигма» компаниялар төркөмөнә ҡарай. 2019 йылда, Ҡытайҙан тыш, тәьмин ителгән илдәр исемлегендә Балтик буйы илдәре, Тажикстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм Белоруссия ла бар. Фото: "Башинформ" #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Күмертауҙың «Элеватор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте быйыл Ҡытай Халыҡ Республикаһына 4 мең тонна көнбағыш майы оҙатты, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы. Хаҡы – 20 миллион юань. Әйткәндәй, тәүге һынау партияһы июлдә үк ебәрелгәйне. Хәҙер Башҡортостан майына булған ҡыҙыҡһыныу бермә-бер арта, предприятиела Ҡытайға май продукцияһы экспорты күләмен арттырырға иҫәп тоталар.
Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл, "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы, 2019 йылда Башҡортостан биләмәһенән дөйөм суммаһы 2,6 миллиард һумлыҡ 103 000 тоннанан ашыу май продукцияһы (көнбайыш, рапс майы һәм шрот) оҙатылған. Экспортерҙар — Шишмә май экстракцияһы заводы һәм «Элеватор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Улар «Сигма» компаниялар төркөмөнә ҡарай. 2019 йылда, Ҡытайҙан тыш, тәьмин ителгән илдәр исемлегендә Балтик буйы илдәре, Тажикстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм Белоруссия ла бар.
Фото: "Башинформ"
Читайте нас