Новости
11 Декабря 2019, 06:30

Путин 31 декабрҙе ял көнө итеү тураһында уйларға вәғәҙә итте

Путин 31 декабрҙе ял көнө итеү тураһында уйларға вәғәҙә итте Рәсәй Президенты Владимир Путин 31 декабрҙе ял көнө итеү тәҡдимен ишетеүе, әммә ҡарар ҡабул итеү өсөн ваҡыт бик әҙ ҡалыуы тураһында белдерҙе. “Хәҙер инде декабрь уртаһы, Яңы йыл байрамдары яҡынлаша, белмәйем, 31 декабрь менән нимә эшләрбеҙ, ундай ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн ваҡыт бик әҙ, әммә мин һеҙҙең барығыҙҙы ла ишеттем”, – тине Президент Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ултырышында. 28 ноябрҙә Дәүләт Думаһына 31 декабрҙе ял көнө итеү тураһында закон проекты индерелгәйне. Шул уҡ ваҡытты 2019 йылда был көн эш көнө булып ҡала, сөнки ял һәм байрам көндәре графигы күпкә алдан билдәләнә. Фото: ИЗВЕСТИЯ/Зураб Джавахадзе #ВладимирПутин

Путин 31 декабрҙе ял көнө итеү тураһында уйларға вәғәҙә итте
Рәсәй Президенты Владимир Путин 31 декабрҙе ял көнө итеү тәҡдимен ишетеүе, әммә ҡарар ҡабул итеү өсөн ваҡыт бик әҙ ҡалыуы тураһында белдерҙе.
“Хәҙер инде декабрь уртаһы, Яңы йыл байрамдары яҡынлаша, белмәйем, 31 декабрь менән нимә эшләрбеҙ, ундай ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн ваҡыт бик әҙ, әммә мин һеҙҙең барығыҙҙы ла ишеттем”, – тине Президент Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ултырышында.
28 ноябрҙә Дәүләт Думаһына 31 декабрҙе ял көнө итеү тураһында закон проекты индерелгәйне. Шул уҡ ваҡытты 2019 йылда был көн эш көнө булып ҡала, сөнки ял һәм байрам көндәре графигы күпкә алдан билдәләнә.
Фото: ИЗВЕСТИЯ/Зураб Джавахадзе
#ВладимирПутин
Читайте нас