Новости
12 Декабря 2019, 06:05

Башҡортостан халыҡты авариялы торлаҡтан күсереү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә

Башҡортостанда һүтелергә тейешле торлаҡтың 98% яңы йорттар төҙөү өсөн килешеүҙәр менән тәьмин ителгән, тип хәбәр иттеләр Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондының төбәктәр менән селектор кәңәшмәһе йомғаҡтары буйынса. 2019-2024 йылдарға йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын ҡыҫҡартыу буйынса федераль проекттың беренсе этабын тормошҡа ашырыу тикшерелде. Илдә Башҡортостандан тыш, Мәскәү өлкәһе һәм Байкал аръяғы крайы ғына ошондай һөҙөмтәләргә эйә, тип билдәләнеләр ведомствола. Ошо өс төбәктә бынан алдағы йылдарҙың халыҡты авариялы торлаҡтан күсереү программалары тамамланыуға бара. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, республикала беренсе этапты ғәмәлгә ашырыу барышында (2019-2020 йылдар) 666 кеше йәшәгән 8377 квадрат метрлыҡ 206 бинаны күсереү күҙаллана. Иҫке фондтан күсерелгән һәр кемгә уртаса 12,5 квадрат метр тура килә. Бер кешене яңы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн 479,66 мең бүленә. Авариялы фондты күсереү «Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү» федераль проекты, «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» һәм Башҡортостан Республикаһының 2019-2024 йылдарға адресы программалары сиктәрендә бойомға ашырыла. “Башинформ”. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда һүтелергә тейешле торлаҡтың 98% яңы йорттар төҙөү өсөн килешеүҙәр менән тәьмин ителгән, тип хәбәр иттеләр Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондының төбәктәр менән селектор кәңәшмәһе йомғаҡтары буйынса. 2019-2024 йылдарға йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын ҡыҫҡартыу буйынса федераль проекттың беренсе этабын тормошҡа ашырыу тикшерелде. Илдә Башҡортостандан тыш, Мәскәү өлкәһе һәм Байкал аръяғы крайы ғына ошондай һөҙөмтәләргә эйә, тип билдәләнеләр ведомствола. Ошо өс төбәктә бынан алдағы йылдарҙың халыҡты авариялы торлаҡтан күсереү программалары тамамланыуға бара.
Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, республикала беренсе этапты ғәмәлгә ашырыу барышында (2019-2020 йылдар) 666 кеше йәшәгән 8377 квадрат метрлыҡ 206 бинаны күсереү күҙаллана.
Иҫке фондтан күсерелгән һәр кемгә уртаса 12,5 квадрат метр тура килә. Бер кешене яңы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн 479,66 мең бүленә.
Авариялы фондты күсереү «Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү» федераль проекты, «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» һәм Башҡортостан Республикаһының 2019-2024 йылдарға адресы программалары сиктәрендә бойомға ашырыла.
“Башинформ”.
Читайте нас