Новости
13 Декабря 2019, 06:50

Путин Лужковтың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында үткән РФ Хәүефһеҙлек советының даими ағзалары менән кәңәшмәлә Юрий Лужков иҫтәлегенә тынлыҡ минуты иғлан ителде. “Мәскәү мэрияһын һәм һәм Рәсәй Федерация Хөкүмәтен Юрий Михайлович Лужков иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр индереүҙәрен һорайым”, – тине дәүләт башлығы. Путин Мәскәүҙең элекке мэры “бик сағыу кеше һәм дөйөм Рәсәй, дөйөм милләт масштабындағы сәйәсмән” булыуын билдәләне 1992 йылдан 2010 йылға тиклем Мәскәү ҡалаһын етәкләгән Лужков 10 декабрҙә 84-се йәшендә вафат булды. Дәүләт башлығы сәйәсмән менән хушлашыуҙа ла ҡатнашты. Фото: kremlin.ru #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында үткән РФ Хәүефһеҙлек советының даими ағзалары менән кәңәшмәлә Юрий Лужков иҫтәлегенә тынлыҡ минуты иғлан ителде.
“Мәскәү мэрияһын һәм һәм Рәсәй Федерация Хөкүмәтен Юрий Михайлович Лужков иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр индереүҙәрен һорайым”, – тине дәүләт башлығы.
Путин Мәскәүҙең элекке мэры “бик сағыу кеше һәм дөйөм Рәсәй, дөйөм милләт масштабындағы сәйәсмән” булыуын билдәләне
1992 йылдан 2010 йылға тиклем Мәскәү ҡалаһын етәкләгән Лужков 10 декабрҙә 84-се йәшендә вафат булды. Дәүләт башлығы сәйәсмән менән хушлашыуҙа ла ҡатнашты.
Фото: kremlin.ru
#ВладимирПутин
Читайте нас