Новости
18 Декабря 2019, 06:40

Путин һәм Макрон Ливиялағы хәл-торош тураһында һөйләште

Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Франция етәксеһе Эммануэль Макрон телефон аша һөйләшкәндә Ливиялағы кризисты сәйәси-дипломатик юл менән хәл итергә кәрәклеген билдәләнеләр, тип хәбәр итә Кремль матбуғат хеҙмәте. Билдәле булыуынса, хәҙерге ваҡытта Ливияның ҡайһы бер территориялары Милли теләктәшлек хөкүмәте террорсылары контролендә. 2014 йылда Ливия милли армияһы көстәре “Әл-Карама” контртеррористик операцияһы башлағайны. Ул хәҙер тамамланыуға яҡынлаша. Ливия армияһы һалдаттары яңы биләмәләрҙе террорсыларҙан азат итә. Президенттар шулай уҡ тағы ҡайһы бер көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшергән һәм төрлө кимәлдәрҙә бәйләнештәрҙе дауам итергә килешкән. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Франция етәксеһе Эммануэль Макрон телефон аша һөйләшкәндә Ливиялағы кризисты сәйәси-дипломатик юл менән хәл итергә кәрәклеген билдәләнеләр, тип хәбәр итә Кремль матбуғат хеҙмәте.
Билдәле булыуынса, хәҙерге ваҡытта Ливияның ҡайһы бер территориялары Милли теләктәшлек хөкүмәте террорсылары контролендә. 2014 йылда Ливия милли армияһы көстәре “Әл-Карама” контртеррористик операцияһы башлағайны. Ул хәҙер тамамланыуға яҡынлаша. Ливия армияһы һалдаттары яңы биләмәләрҙе террорсыларҙан азат итә.
Президенттар шулай уҡ тағы ҡайһы бер көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшергән һәм төрлө кимәлдәрҙә бәйләнештәрҙе дауам итергә килешкән.
Читайте нас