Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн, 19 декабрҙә, Мәскәүҙәге Халыҡ-ара сауҙа үҙәгендә традицион ҙур матбуғат конференцияһын йыя. Конференция сәғәт 14.00-дә (Мәскәү ваҡыты менән 12.00-дә) башлана. Ул 2001 йылдан башлап Путин өсөн 15-сеһе буласаҡ. Дәүләт башлығы уға алдан әҙерләнә башлаған – министрҙар, вице-премьерҙар, федераль агентлыҡтар етәкселәре менән аралашҡан.