Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 11:25

Дауаханалар йәнә 13 ашығыс ярҙам машинаһын алды

Башҡортостан дауаханалары йәнә 13 ашығыс ярҙам машинаһын алды, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә таянып. Улар – УАЗ шассийы нигеҙендәге В класлы махсус техника. Махсус машиналар каркаслы-панелле технология буйынса йыйылған, наркоз-тын алыу ҡорамалы, носилкалар, электрокардиограф, дефибриллятор, реанимация йыйылмалары, йылытылмалы юрғандар менән йыһазландырылған. Яңы автомобилдәр Бәләбәй, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Бүздәк, Дүртөйлө райондарының үҙәк дауаханаларына, Сибай, Нефтекама, Салауат, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаларына оҙатылды. Ишембай үҙәк дауаханаһы ике ашығыс медицина ярҙамы машинаһын алды. Быйыл Башҡортостан «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә бөтәһе 24 тиҙ ярҙам машинаһын ала #миллипроекттар #миллипроекттарБашҡортостан

Башҡортостан дауаханалары йәнә 13 ашығыс ярҙам машинаһын алды, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә таянып. Улар – УАЗ шассийы нигеҙендәге В класлы махсус техника. Махсус машиналар каркаслы-панелле технология буйынса йыйылған, наркоз-тын алыу ҡорамалы, носилкалар, электрокардиограф, дефибриллятор, реанимация йыйылмалары, йылытылмалы юрғандар менән йыһазландырылған.
Яңы автомобилдәр Бәләбәй, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Бүздәк, Дүртөйлө райондарының үҙәк дауаханаларына, Сибай, Нефтекама, Салауат, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаларына оҙатылды. Ишембай үҙәк дауаханаһы ике ашығыс медицина ярҙамы машинаһын алды.
Быйыл Башҡортостан «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә бөтәһе 24 тиҙ ярҙам машинаһын ала
Читайте нас