Хөрмәтле энергетика тармағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!
Энергетика – иҡтисадтың мөһим тармаҡтарының береһе, йорттарҙағы именлек һәм тыныслыҡ, район предприятиеларының һәм учреждениеларының һөҙөмтәле эшмәкәрлеге уның тотороҡло эшләүенә бәйле. Һеҙҙең хеҙмәт юғары оҫталыҡ, яуаплылыҡ һәм дисциплина талап итә. Был сифаттарҙың барыһына ла эйә булып, район энергетиктары объекттарҙың тотороҡло һәм өҙөклөктәрһеҙ эшләүенә өлгәшеүе ҡыуаныслы.
Һеҙ район халҡын, предприятиеларҙы һәм ойошмаларҙы иң кәрәкле уңайлыҡтар – электр энергияһы һәм йылылыҡ менән тәьмин итәһегеҙ. Районды электрификациялау башында торған, тармаҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индергән һәм тәжрибәһен йәш коллегаларына тапшырған ветерандарға ҙур рәхмәт.
Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, үҙ эшегеҙгә тоғро ҡалыуығыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, аварияһыҙ эш, еңел булмаған, әммә шундай кәрәкле хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.