Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2019, 11:20

“Һаулыҡ” милли проекты. Стәрлетамаҡта онкологик сирҙәрҙе диагностикалау үҙәге асыла

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм «ПЭТ–Технолоджи» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «Башҡортостан Республикаһында радиохирургия менән позитрон-эмиссия томографияһы үҙәген булдырыу» инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу тураһында өҫтәмә килешеүгә ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә таянып.

Позитрон-эмиссия томографияһы (ПЭТ-КТ) – махсус ҡорамал ярҙамында онкологик йәки неврологик сирҙәрҙе асыҡлау, радиоизотоп диагностика алымы менән кешенең эске органдарын тикшереү. Онкологияла ПЭТ яман шештәрҙе диагностикалау, метастаздарҙы эҙләү һәм дауалауҙы контролдә тотоу өсөн файҙаланыла.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында ПЭТ/КТ–диагностика үҙәген 2020 йылдың дүртенсе кварталында асыу күҙаллана. Йыл һайын был үҙәктә республиканың өс меңләгән кешеһе тикшереү үтер тип көтөлә.
ПЭТ/КТ–диагностика үҙәгендә медицина хеҙмәте Граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт гарантиялары программаһы, Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мотлаҡ медицина страховкалауы һәм Мотлаҡ медицина страховкалауы федераль фонды аҡсаһына медицина ярҙамы өсөн түләү ысулдары буйынса методик тәҡдимдәргә ярашлы күрһәтелә.
Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Читайте нас