Көндәр һиҙҙермәй үтеп кенә тора. Мөғжизәле Яңы йыл төнөн ҡаршыларға ла әллә ни күп ваҡыт ҡалманы. Байрам тантаналары инде күптән башланды. 26 декабрҙә район мәҙәниәт йортонда мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн Шыршы байрамы үтте. Әйтергә кәрәк, сараны ойошторусылар байтаҡ көс һалған. Байрамда ҡатнашыусылар өсөн әкиәт геройҙары ҡатнашлығында бай эстәлекле театрлаштырылған тамаша тәҡдим ителде. Балалар үҙҙәре лә байрамға буш ҡул менән килмәгән – һәр береһе тырышып үҙенә костюм, сығыш яһар өсөн шиғырҙар әҙерләп килтергән. Сабыйҙарҙың шатлығын уртаҡлашырға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, башҡа әкиәт геройҙары ла килеп еткән. Улар балалар менән бергә йәшел шыршы тирәләй йырҙар йырланы, бейене, уйындар уйнаны.
Бындай балалар район буйынса бөтәһе 105 булып, шуларҙың 45-е сарала ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, улар бөтәһе лә ата-әсәләре оҙатыуында, ә “Ләйсән” балалар баҡсаһының коррекцион төркөм балалары тәрбиәселәре Рәсимә Әбидова менән килгән.
Район башлығы Дәмин Юланов һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ҡатнашыуы сараға йәм өҫтәп ебәрҙе. Төрлө бәйгеләрҙә балалары менән ҡатнашыусы ғаиләләр Зариф Закир улы ҡулынан грамоталар алһа, Дәмин Марат улы костюмдар буйынса номинацияларҙа бүләктәр тапшырҙы.
Яңы йылдан барыһы ла мөғжизә көтә. Ә сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгәндәрҙең яҡындарының бер хыялы бар – улар бөтә балаларға ла һаулыҡ теләй.
Байрамдан һәр кем ҡәнәғәт ҡалды. Шулай итеп, хуш киләһең, Яңы йыл!