Новости
28 Декабря 2019, 19:00

Егетлеккә юл (хикәйә)

– Теге матурҡай һыпыртҡан, тиҙәр Израилгә, – тип хәбәр һалды Наил. – Һылыу ҡатын ине алай ҙа... – Һиңә эләгерлек түгел ине инде... – Нисек эләгерлек түгел? – тип күҙен ялтыратты Наил. – Мин эләктерә алмаған ҡатын булмай ул!– Буйсан мыҡты кәүҙәле Наилға ҡыҙҙар, ысынлап та, һырлығып бара. Зареманы ла ҡаратҡанмы икән ни? Алдай. Маҡтана. – Ышанмайым, – Инйәр битараф ҡына шулай тип ҡуйҙы.

(Дауамы.)
Ул Алһыуға эҫенгәйне. Тик Алһыу Инйәр өсөн туғаны кеүек яҡын. Туғаныңдан айырылып булмай бит, Алһыуға ла шундай мөнәсәбәттә хәҙер. Алһыу Инйәрҙеке. Янында. Ҡосағында ғына. Алһыу янында ул үҙен егет итеп тоя. Бүтәндәр белмәһә лә, эсендә генә ирлек тойғолары ла бар. Ә был Данович... Расписаниеға фамилияһы шулай яҙыла. Ағас башындағы иң буйыңды еткергең килгән һутлы алма шикелле.
Күргеләй, лосос, машиналы Наил Дановичты машинаһына ултыртмаҡсы булғылай. Илтеп ҡуя, йәнәһе лә. Тегеһе ризалашмай. Үҙенең дә машинаһы бар икән дә. Их, ҡасан ғына Инйәр ҙә машиналы була инде.
– Әсәй, беҙҙә Данович тигән уҡытыусы эшләй башланы. Балаһы сәләмәтһеҙ, ти инең шикелле, – тип һорайһы итте Инйәр әсәһенән. – Йәһүҙә микән?...
– Исеме Зарема уның. Иренең фамилияһы Данович. Ирен өйҙәренә барғанда бер генә күргәйнем. Үҙенән өлкәнерәк. Израилға сығып киткән шикелле.
– Шундай һылыу ҡатынын ташлапмы? – Әсәһе Инйәргә һынабыраҡ ҡарап ҡуйҙы. Улы ҡатын-ҡыҙ һылыулығын баһалар йәшкә лә еткән икән дә.
– Сәйер ғаиләләр бар шул хәҙер. Айырылышманыҡ, ти Заремаһы. Ике ил араһында йәшәгән ғаиләнең ниндәй ҡыҙығы барҙыр. Атайың менән беҙ Ишәй менән Ҡушай булып бөткәнбеҙ инде. Айырым тора алмаҫ инек. Быларҙың , етмәһә, балаһы сирле...
– Ә ниндәй сир?
– Аут.
– Нисек була ул?
– Сәйер сир. ХУ хромосомаларының буталышы. Һуңғы арала йышайҙы. Бала әйләнә-тирәһендәге ысынбарлыҡты ҡабул итмәй, бөтә нәмәгә лә битараф. Үҙ-үҙенә йомолоп йәшәй. Таныш булмаған мөхиткә лә яраҡлаша алмай, ҡурҡа. Көнө буйы тик бер уйынсыҡҡа ғына әүрәп ултырырға мөмкин. Ундайҙарҙы йәмәғәт тормошона яраҡлаштырыу өсөн бик күп көс, таһыллыҡ һәм сабырлыҡ кәрәк. Аллам һаҡлаһын!
Ундай ҙа сир була икән. Ҡайһылай ҙа ауыр икән Заремаға.Ире лә йүнһеҙ булып сыға. Шундай балаң менән ҡатыныңды ҡалдырып китсе әле. Инйәр аутизм буйынса әҙәбиәт уҡырға тотондо, интернетта соҡондо. Иң мөһиме баланың телен асыу икән. Ә теле асылһын өсөн тәбиғи тауыштарҙы ишетергә, кеше һүҙен ҡолағына һеңдереп, уға иғтибар төйнәргә өйрәтергә кәрәк. Ул, баҡһаң, интерактив метроном ысулы менән эшләнә. Профессор Томатис методикаһы кәңәшенә күрә, аудиовокал маҡсатҡа ярашлы икән. Баланың моторикаһын даими хәрәкәткә күнектереү зарур. Ишетеү һәләтен камиллаштырыу, тышҡы тауыштарға иғтибар йүнәлтеү, уларҙы хәтергә һеңдереү буйынса даими күнекмәләр өсөн метроном яйланмаһы мейе эшмәкәрлеген әүҙемләштерә һәм кешеләр менән аралашырға өйрәтә.
– Ә беҙҙә аутизмды реабилитацияларлыҡ үҙәк бармы ул?– тип ҡыҙыҡһынды Инйәр әсәһенән.
– Ниндәйҙер ярҙам күрһәтелә, әлбиттә.Питерҙағы кеүек йыһазландырылған үҙәк юҡ шул, – тип көрһөнөп ҡуйҙы әсәһе.
Аутизм сире бар, ә профессионал дауалау үҙәге юҡ. Инйәргә, бәлки, медицинаның ана шул йүнәлешен һайларға кәрәктер? Педиатрияның балалар нервылары патологияһы йүнәлешен? Атаһы менән әсәһенә ниәтен әйтмәй торор ҙа...
Клиникалаға эшен яҡшы үҙләштерҙе Инйәр. Йоҡоһо ла туя. Дөрөҫ, ятаҡта йәшәгән курсташтары әллә ниндәй ҡыҙыҡтар хаҡында маҡтаныша, ул уларын бик белмәй. Уның тормошо ла күңелһеҙ түгел.
– Буйымда бар... –Төнгө дежурҙарҙың береһендә Алһыуҙың шулай тип ысҡындырыуы тәүҙә Инйәрҙең аңына барып етмәйерәк торғандай булды.
– Нисек инде?...
– Нисек булһын? Нисек менән икәүләп!– Алһыу Инйәргә күтәрелеп ҡарамай ғына журналдағы яҙыуҙар менән булашыуын белде.
– Шунан?
– Ә шундай уҡ һорауҙы мин дә һиңә бирһәм? Өҙәйемме ни? Ә уның эҙемтәһе нисек булырын һин, медик, беләһең.
Бына һиңә мә! Иртә лә баһа. Бала бәүетеп ултырырҙармы икән? Йәшлегенең ҡәҙерен белеп тә өлгөрмәне.”Теләһәң нишлә, үҙең хәл ит!”– тиеү егетлек түгел. Атаһы менән әсәһенә әйтмәй үткәрә торған ваҡиға ла түгел был. Нишләйҙәр әле ир-егеттәр бындай яңылыҡты ишеткәс? Ә-ә-ә... Шатлана бит! Эйе шул, буласаҡ балаһының әсәһен күтәреп ала. Инйәр өҫтөнә ябырылған боҙло һыу кеүек яңылыҡтан шаңҡыбыраҡ ҡалыуынан арына һалып, үҙен ҡулға алды һәм Алһыуын ҡосаҡлай һалды.

– Шәп яңылыҡ! Туйлай һалырға кәрәк быны!– Алһыу Инйәрҙең күҙенә ҡарамай ғына башын егетенең күкрәгенә терәне. Уныү кәйефе күтәрелде. Егет тә баһа ул. Атай булырға көсө етмәҫлек түгел әле. Эшләп йөрөй. Бирешмәҫтәр. Апаһының улын ҡулына алғаны иҫенә төштө. Имгәтеп ҡуйыр кеүек тойолғайны, ә сабыйҙың күҙҙәре ағаһын, танырға теләгәндәй, текәлеп уны күҙәтергә тотонғас, күңелендә ҡандашлыҡ, туғанлыҡ тойғолары уяныуын тойомлағайны. Эйе шул, ҡыҙыҡ та баһа, уларҙың балаһы ниндәйерәк булыр икән? Ике кешенең ижады бит инде ул бала яралыу.
– Әсәй, мин өйләнәм! – Инйәр үҙен эсенән әҙерләне лә, уратмай-суратмай ғына шулай ярҙы ла һалды.Әсәһенең йөҙө боҙолманы ла. Өндәшмәйерәк ултырҙы ултырыуын.
– Дежурҙашың Алһыуғалыр инде...– Кемдер уларҙың мөнәсәбәте хаҡында әсәһенә еткереп тә өлгөргән икән. Әсәһе партизандың партизаны инде ул.
– Уға...
– Уйындан уймаҡ, тимәк... Хәйерлегә булһын. Ә ҡайҙа торорға итәһегеҙ?
– Нисек инде ҡайҙа? Минең бүлмә иркен дә инде...
– Аңлашылды. Атайыңа үҙем әйтермен, – Һүҙҙәре шуның менән тамамланды. Тауыш та ҡуптарманы әсәһе, йәшһең, фәлән-төгән, тип “тәрбиәләргә” лә тотонманы. Инйәр хәлдән былай еңел ҡотолормон, тип уйламағайны ла. – Сос ҡыҙыҡай икән, профессор малайының күҙе төшөрлөк булғас...
– Әсәй, һин дә инде! Матур ҡыҙыҡай ул. Профессор малайы икенсе ҡамырҙандыр шул!
– Уныһы шулай инде...
Алһыуға иғтибарлыраҡ булып китте Инйәр, әсәһенә әйтеүен йәшермәне. “Шөрләмә, бөтәһе лә һәйбәт!”– тип йыуатып ҡуйҙы. Ә өйҙә тынлыҡ урынлашты. Ваҡиға хаҡында ләм-мим.
– Әсәй, Алһыуҙы өйгә алып ҡайтып күрһәтәйем, танышырһығыҙ, – тип үҙе һүҙ яңыртты Инйәр.
– Алып ҡайтырһың. Саҡ ҡына сабыр ит. – Шуның менән һүҙ йәнә тамамланды.
Бер көндө Инйәрҙе бүлек мөдире кабинетына саҡыртып алды. Әсәһенең курсташы ул. Йылмайып ҡаршы алды. Хәл-әхүәл һорашты ла ҡулына ҡағыҙ тотторҙо: “Уҡы!” Унда Алһыу Сабированың медосмотр үтеүе, ауыры юҡлығы хаҡында яҙылғайны. Инйәр, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡағыҙҙы усына йомарланы ла алды.
– Китергә мөмкинме?
– Мөмкин... Хәйер, кәңәшем бар. Күп төрлө мөнәсәбәткә инмәҫкә тырыш. Гендар инженерияһы етди ул. Телегония хаҡында онотма.
Ныҡ ҡыҙғайны Инйәр. Ярай ҙа Алһыу осраманы. Елтерәткеһе килгәйне. Һыуынды. Ҡыҙҙарҙы аңлармын тимә. Нишләп тиҙ генә кейәүгә барғылары киләлер шуларҙың?! Өлгөрмәҫебеҙ, тиҙәрме икән? Нимәгә ине был хәйлә? Аҙаҡ нисек аҡланырға итте икән, йүләр? Өйҙә лә, Алһыу менән дә был турала һүҙ ҡуҙғатманы Инйәр. Алһыу күҙен йәшереп йөрөй бирҙе. Ә Инйәр Алһыуын эсенән генә һағыныуын һиҙә башланы. Өҫтәлгә эйелгәндә ике күкрәге араһына йылан кеүек шыуа һалып инеп киткән алтын сылбыр ҙа күңелен яңынан ымһындыра башланы. Алһыу иһә үҙен ныҡ текә, һалҡын тотоуын белде.

...Йәйге каникулдарҙың башында Санкт-Петербургта уҡып йөрөгән класташы Роберт шылтыратты:
– Сәләм, Ниндзя! Ни эш бөтөрәһең?– Роберт Инйәрҙе бәләкәйҙән шулай тип йөрөтә ул. Инйәр тәүҙәрәк үсегә ине, һуғышып киткәндәре лә булды. Торараҡ күнде. Әйтһен дә. Бер ере лә кителмәй әле.
– Сәләм! Каникул башланды. Больницалағы эшемдән дә отпуск бирҙеләр. Ә һин ҡайтырға йыйынаһыңмы?
– Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра, Ниндзя! Файҙаланып ҡалырға кәрәк.Ялтаға ҡоҙалайҙар. Унда төҙөлөштәр бара.Ҡушылырға теләгең юҡмы? Студотряд туплайбыҙ. Мин – командир. Исемлеккә индерәм.
– Мин ни... Төҙөй белмәҫем ул...
– Төҙөлөштә эш етерлек. Ер ҡаҙырға, бетон иҙергә... Уныһы ғына ҡулыңдан килер.
– Арыу түләйҙәрме?
– Һинең больницаңдан арыуыраҡ. Дөрөҫөрәге – ун тапҡырға!
– Кит әле!
– Кил, көтәм! Питерға килеп торма. Тура Ялтаға ос. Әсәйемә инеп сығырға онотма, йомошо бар шикелле.

Инйәрҙең кәйефе күтәрелде. Машина алғыһы килеү хыялы тормошҡа ашыуы ихтимал бит былай булғас. Самолетҡа билет алды ла, юлға әҙерләнә башланы. Эш кейеме алырға тип магазинға китеп барһа, маршрутка тәҙрәһенән тротуар буйлап китеп барған Зарема Дановичты күреп ҡалды ла, үҙе лә һиҙмәҫтән, бараһы еренә лә барып етмәй, алдағы туҡталышты уҡ һикереп төштө лә ҡалды.Туҡталышта транспорт көтөп тора, йәнәһе лә, осраҡлы ғына осрашалар.
– Һаумыһығыҙ, Зарема Исмаиловна!
– Һаумыһығыҙ, Инйәр Әхтәрович! – Медицина университетының талиптарын баштан уҡ бер-береһенә атаһының исемен ҡушып аралашырға өйрәтәләр. Сөнки ауырыуҙар докторға хөрмәт менән ҡарарға, ә врачтар үҙҙәренең ауырыу алдындағы яуаплы белгес икәнен һиҙҙерергә тейеш.
– Һеҙҙең дә отпускалыр инде, ҡайҙа ял итергә уйлайһығыҙ, Зарема Исмаиловна?
– Ял ҡайғыһы юҡ шул... Питерҙан саҡырыу килгәйне. Ҡыҙымды ундағы Томатис методы менән дауалаусы үҙәккә саҡыралар.
– Эйе шул, – тип йәнләнеп китте Инйәр, һөйләшерлек тема табылыуға шатланып. – Әсәйем ул реабилитация үҙәген маҡтай, үҙебеҙҙә лә шундай үҙәк булмауға борсола. Ҡасан китәһегеҙ?
Зарема өндәшмәйерәк барҙы.
– Проблема бар... Иптәшемдән аҡса килеп етмәй. Ә ваҡыт ҡыҫа.

Инйәрҙең башынан төрлө уй йүгерҙе. Ул үҙәктә сираттың ҙурлығын, ә уҡытыусыһының балаһы өсөн уның мөһимлеген яҡшы аңлай Инйәр. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырырға ярамай бит!
– Ә мин класташымдың саҡырыуы буйынса Ялтаға төҙөлөшкә китергә йөрөйөм. Студотрядҡа. Беләһегеҙме... – Инйәр эсенән генә бер ҡарарға килгәйне инде. Ниәтен Заремаға әйтергә икеләнде. Риза булмаһа, нисек күндерергә һуң? Шулай ҙа ниәтләргә булды:– Минең больницала эшләп йыйған аҡсам бар , шуны биреп торайым. Мөмкинлекте кисектерергә ярамай һеҙгә! Баш тартыу ҡабул ителмәй! – Ҡыйыулығына, егеттәрсә ҡарарға килеүенә Инйәр эсенән генә үҙенә-үҙе һоҡланып ҡуйҙы, был һылыу ҡатынға ҡарата ирҙәрсә хәстәр тойғоһо ла уянғайны.
– Әсәйегеҙ...
– Минең заначка ул. Әсәйем ул хаҡта белмәйҙер ҙә әле,– үҙе эсенән йылмайып ҡуйҙы. Белмәҫ, Ғәҙилә Аҡмановна булһын да, аҡса иҫәбен белмәһен, ти. Хужалыҡлы хужабикә ул. Ғаиләнең иҡтисади хәле уның ҡулында. Хатта Питерҙа йәшәгән апаһы ла, әсәһе менән кәңәшләшмәй тороп, ҙур сығымдарға бармай. Инйәр бар булған аҡсаһын Заремаға тотторҙо ла, күтәренке кәйеф менән Симферополгә осто һәм троллейбус менән Ялтаға барып төштө.

Роберттар икешәр кеше йәшәрлек бүлмәләгә бүленгән кемпингҡа урынлашҡан. Уңайлыҡтары арыу. Душы, бәҙрәфе, ашханаһы бар. Ашнаҡсы яллағандар. Ризыҡ-тәғәм төҙөлөш кампанияһының хужаһы иҫәбенә. Туйырлыҡ. Йәшелсә-емеште фермер хужалығынан алалар. Былтыр ул хужалыҡҡа һыуһаҡлағыс төҙөү өсөн аҡсалата ярҙам күрһәткәндәр икән. Арыта әлбиттә. Әммә диңгеҙ арыуҙы һыпыра ла ала. Һыу инеп, ҡыҙынып мәш киләләр. Ялта, Өфө кеүегерәк, тау башында ултыра. Офоҡтарға олғашҡан тау ҡарағайҙар менән ҡапланған. Климат шарттары ла шәп. Ҡояшлап торған көн ҡапыл ғына болотлай ҙа, йылы ямғыр яуып үтә. Ҡала өҫтөнә озон, ҡарағай сайыры, диңгеҙ еҫе тарала Һәм шунда уҡ йәнә ҡояш күтәрелә. Тын алыу рәхәт. Ҡаланың ябай халҡы үҙе әллә ни етешлектә йәшәмәй. Йәй көнө, миҙгелдән файҙаланып, ял итеүселәрҙең кеҫәһен һәрмәп өлгөрөргө кәрәк. Фатирға индерәләр, ваҡ-төйәк кәсеп менән булалар. Ҡышҡылыҡҡа аҡса туплап ҡалырға тырышалар. Көтөлмәгән хәл уйламағанда килеп сыҡты. Отрядтың бер егете, яҙа баҫып булһа кәрәк, үрҙән ергә ҡолап төштө лә китте. Түбәндә булашҡан Роберт һөрәнләп ебәрҙе:
– Инйәр! Йүгер әле бында!– Үҙе йәнә бер егеткә бытовканан аптечка килтерә һалырға бойорҙо, телефондан “Тиҙ ярҙам” саҡырырға тотондо.

Инйәр килеп еткәндә, ҡолап төшкән егет торорға маташа һәм аяғы ауыртыуҙан йәнә йығылып китә ине. Башы, сикәһе буйлап ҡан аға. Инйәр, нисә секундҡа икән, ерҙә ятҡан Сашаға текләп ғәжәп тойғолар солғанышына инеп китә яҙғанын абайламай ҙа ҡалды. Ҡан ҡояш нурында алһыу-ҡыҙылдан тыш йәйғор төҫтәренә лә инә икән ул. Үҙе шундай теремек. Күҙгә күренмәгән тере организмды тәшкил иткән атом, молекулалар, эритроциттар йыбырлығын сыҡҡан кеүек, шул уҡ ваҡытта ғәҙәти булмаған мөхиттән ысҡыныуынан ҡурҡышҡан яҡлауһыҙлыҡ та бар һымаҡ.

– Нимәгә аңшайҙың ул?– Роберт уға аптечка тоттора һалды.
– Кем аңшая! – Инйәр аптечканан йод, бинт ала һалып, Сашаның башы тишелгән ерҙе таҙарта һалды.Стериль бинт менән яраны ҡапланы һәм егеттең башын шыплап бәйләп тә ҡуйҙы. Түбәтәй кеүек килеп сыҡты.
– «Скорый» киләме?
– Килә ята...
– Аяғы һынғанға оҡшай. Саша, ҡуҙғалма!
“Тиҙ ярҙам” да килеп етте. Ысынлап та, аяғы һынған булып сыҡты.
– Башындағы яраһы тәрәнме? Кем бәйләне?
– Мин. Тәрәнгә оҡшамаған, – тип яуапланы Инйәр.
– Оҫта бәйләнгән.
– Врач ул, – тип ҡыҫыла һалды Роберт.
– Студент мин...
– Ҡулың оҫта икән, коллега, – тип ҡулын ҡыҫты “Тиҙ ярҙам” табибы Инйәрҙең. – Борсолмағыҙ, туйына тиклем төҙәлер. Хәҙер гипсҡа төрөрбөҙ ҙә...
– Роберт! Әсәйемә хәбәр итмә! Үҙем шылтыратып торомон, – тип ҡысҡырып өлгөрҙө Саша.
– Борсолма! Эш хаҡыһыҙ ҙа ҡалмаҫһың. Бүлешербеҙ! Шәбәй тиҙерәк!
Студотряд август уртаһында ғына хушлашты, айырылышмаҫтай дуҫтар булып таралышты. Сашаны ла гипслы көйө самолетҡа ултыртып ебәрҙеләр. Инйәр менән Роберт Өфөгә осто. Инйәрҙең әсәләре атаһының ауылында икән. Ул шунда юлланды. Атаһы үҙенең атаһының нигеҙен яңыртып, өй күтәртеп ҡуйғайны. Ансаровтарҙың нисәмә йөҙ йыл буйы тере торған нигеҙе һыуынырға тейеш түгел, тигән фекерҙә атаһы. Дөрөҫтөр ҙә. Инйәр бәләкәйҙән ошондә йүгерекләп үҫте. Күҙ күреме ерҙән урман, яландар башлана. Атаһы урман ҡыҙырып, үләндәр йыя.Балыҡҡа йөрөй. Әсәһе еләк-емеш менән булаша.Күршеләре, үҙҙәре булмағанда, баҡсаларына һыу һибеп ҡарап тора.
Инйәр бәләкәй ине әле. Атаһы Өфөнән алмағас үҫентеләре алып ҡайтты. Береһенә соҡорҙо Инйәрҙән ҡаҙҙырҙы, үҙе лә булышты, икәүләп ултыртып ҡуйҙылар.

– Һинең алмағасың булыр, – тине атаһы. – Емештәрен күрергә яҙһын.
Инйәрҙең алмағасы төптән үк ҡуш булып күтәрелде. Әле бына төбө тулы алма. Инйәр уларҙы кәрзингә йыя башланы.
– Һаумы, улым! – күрше Зөбәйҙә инәй икән.
– Арыу әле! Үҙегеҙ ни хәлдә?
– Беҙ ҙә нисауа. Бынау алмағасыңды әйтәм, ҡасан ғына ултырҡан кеүек инең, ҡалайтып үҫеп китте. Ағасты ергә төртөү генә фарыз шул. Ер рәхмәтле. Күрәһең бит, алмалары ла алыҫ тәгәрләмәгән. Янында. Һин дә докторлыҡҡа уҡыйһың икән. Алыҫ тәгәрләмәгәнһең. Маладис. Атайың ғына ла ауылдың нисәмә кешеһенең ғүмерен оҙайтты. Һин дә шулайтырһың.
– Тырышырмын инде, Зөбәйҙә инәй!
– Анау иң остағы алманы күр әле, Инйәр! Йәшелерәктәре лә өҙөлгән. Ә ул ҡыҙыл. Бауланып тора бирә. Иң татлы емеш иң оста торған кеүек була ул. Ғәләмәт инде был тәбиғәт.
– Үҙең ни хәлдә, Зөбәйҙә инәй?
– Атайың менән әсәйең аҙна буйы медпунктта халыҡты ҡараны. Әсәйең бала-сағаны, атайың өлкәндәрҙе. Дарыу яҙып бирҙеләр. Әхтәр миңә иттең майлы ерен ашамаҫҡа ҡушты. Ҡан баҫымын шул күтәрә, ти.
– Үҙе лә ашамай ул. Күстәнәскә ҡаҙы ебргәндәре бар ауылдан. Ашамай.
– Әхтәр беләлер инде. Күп уҡыны...

Ысынлап та, ағастың иң осонда , ҡояш нурҙарына иркәләнеп рәхәт сиккән алма, күҙегеҙ ҡыҙһын әле, тип ирештергәндәй, үҙ ыңғайына бауланып тора.Өҙөлөп төшөрмө икән ул ергә? Ә, бәлки, ботағына сат йәбешкәндер. Эйе шул, ғәләмәт инде был тәбиғәт тигәнең. Инйәр шул юғарылағы алманы көн һайын күҙәтеп йөрөнө. Улар Өфөгә киткәндә лә ялтырап тороп ҡалды әле ул.
Уҡыуҙар башланды. Зарема күренмәй. Латынды йәнә яңы кеше уҡыта башланы. Бер-бер хәл булдымы икән ни? Ҡайҙа икән?
– Теге матурҡай һыпыртҡан, тиҙәр Израилгә, – тип хәбәр һалды Наил. – Һылыу ҡатын ине алай ҙа...
– Һиңә эләгерлек түгел ине инде...
– Нисек эләгерлек түгел? – тип күҙен ялтыратты Наил. – Мин эләктерә алмаған ҡатын булмай ул!– Буйсан мыҡты кәүҙәле Наилға ҡыҙҙар, ысынлап та, һырлығып бара. Зареманы ла ҡаратҡанмы икән ни? Алдай. Маҡтана.
– Ышанмайым, – Инйәр битараф ҡына шулай тип ҡуйҙы.
– Башың йәш әле. Теләһәң, ҡыҙҙарҙы яуларға өйрәтермен.

Инйәрҙең эсендәге сәме ҡуҙғыны ла китте. Яулаған ҡыҙыҡайы барлығын әйтеп торорға Наил түгел әле. Тынысланырға, һиҙҙермәҫкә итә, ә ҡаны ҡайнауын белә.Үҙенең малайҙарса алданыуы, төп башына ултырыуында Наилдең ни ғәйебе бар? Дуҫының маһайыулы еңеүсән ҡиәфәте эсен көтөрләттеме? Ни булһа ла, тәнәфес ваҡытында ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, Наилдың тәүҙә яғаһынан алды, шунан танауына елгәрҙе лә ебәрҙе. Быны көтмәгән Наил уның үҙен дөмбәҫләй башланы. Береһенең танауы, икенсеһенең ирене ҡанап китте.
– Нишләйһегеҙ ул!?– Инйәр таныш тауышҡа боролоп ҡараһа, Алһыу. –Нимә бүлешәһегеҙ, ике әтәс!?
– Юҡсы, – Наил Алһыуға күҙен майландырып та ебәрҙе. Ә Инйәр Алһыуының иңенән ҡосаҡлап атлап китте. Алһыу кеҫәһенән ҡулъяулығын сығара һалып тотторҙо. Ирене әсетеп һыҙлай башланы. Егеттәр лекцияларҙа йәнәшә ултыра бирҙе. Һөйләшмәйҙәр. Тора-бара яҙылып та киттеләр. Араларында ни булғанын икеһе лә аныҡ ҡына аңлата алмаҫ ине. Алһыу ғына бер һорап ҡуйҙы:
– Инйәр, ә егеттәр ни өсөн йоҙроҡлашмайынса аңлаша алмай ул?
– Самецтар шул рәүешле ареал яулай, – тиеү менән сикләнде Инйәр.

Профиль һайлау ваҡыты еткәс, Инйәр хирургия йүнәлешен һайланы. Һиҙә, атаһы ла уға хөрмәт менән ҡарай башланы. Наилдың һүҙенә ҡарап түгел, үҙ теләге менән. Юғиһә Наил һөйләнә ине:
– Әхтәрыч, хирургияны һайлайбыҙ. Хирургтарҙың халат кеҫәһе бер ҡасан да буш булмай. Анау Абдуллин бар бит әле. Чесноковкалағы өйөн күрһәң. Ике ҡатлы. Егеттәр менән ерен ҡаҙҙырырға алып ҡайтҡайны. Үәт елле йәшәй. Клиникалағы эш хаҡына ул саҡлым нисек иркенләһен ул? Кешеләрҙең бит оҙағыраҡ йәшәгеһе килә. Йәшәгеләре килгәс, түләмәй хәлдәре юҡ. Ә тачкаһы ниндәйерәк! Ә атайың?! Уныҡы ла бит “Джип”. Әсәйең дә шустрый. Бер көнө аптекаға инһәм, шунда килешеү төҙөп ултыра. Подставщиктан процент яуыры билдәле бит инде.
Теге юлы юҡҡа дөбәҫләшкән Инйәр Наил менән. Бына әле биргеләргә ине уны. Тыйылды. Боролоп китте лә барҙы.
Университет артта ҡалды. Интернатурала йөрөгәндә атаһы уға үҙаллы операция яһарға тәҡдим итте. Атаһының ассистенты булғаны бар Инйәрҙең. Ҡанды, уның хәрәкәтен хәҙер тыныс күҙәтә ул. Тәүге үҙаллы операциянан килеп сыҡҡас, күңеленән егетлек тойғоһо кисерҙе йәш хирург. Кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡ бер ни тиклем тулҡынландырҙы ла.

– Инйәр Әхтәрович, уңышлы операцияғыҙ менән ҡотлайым! Матур килеп сыҡты эшегеҙ, коллега! – атаһы Инйәрҙең ҡулын ҡыҫып, яурынынан ҡағып ҡуйҙы. Уҡытыусы булараҡ та талапсан, маҡтауға һаран Әхтәр Әхтәмовичтан ундай һүҙ ишетеүҙең хаҡын самалай ине Инйәр. – Егеттәрсә килеп сыҡты, – тип өҫтәне. – Ирҙәр эше ул хирургия. Питерҙан апайың менән еҙнәң ҡайтҡан, әсәйең табын менән булаша. Оҙаҡлама! – атаһы шулай тип сығып китте.

Эйе шул, әсәһе Санкт-Петербургка барып ҡайтҡайны. Апаһы, еҙнәһе менән үҙҙәрендә лә аутизмды реабилитациялау үҙәген асыу буйынса бизнес-план төҙөү менән булалар. Ҡайһылай шәп ваҡыт, ғаиләләре йыйылыша икән дә! Юғиһә, һуңғы арала һирәк осрашҡан Алһыуы янына һыпыртмаҡсы ине. Невролог ул Алһыу. Ҡаланың икенсе дауаханаһында эшләп йөрөй.
– Алһыу Ғәлимйәновна! Сәләм! Өйҙәһеңме? Бик яҡшы. Матур ғына күлдәгеңде кей ҙә подъезд төбөнә сығып тор әле. Бер ергә алып барам. Һорама. Күрерһең. Әп итәм! – Инйәр клиника бинаһынан күтәренке кәйеф менән килеп сыҡты ла машинаһы янына йүнәлде. Заремаға биргән аҡса зым-зыя юғалды. Данович ханым ҡалаға бүтән ҡайтманы. Әсәһе ул аҡса өсөн Инйәрҙе байтаҡ ҡызырыҡлап ҡараны. Инйәр яуапты әҙерләп ҡуйғайны инде. “Ул аҡса, әсәй, хәйриә фондына китте!”– тип тик торҙо. Ә машинаны барыбер алды, әсәһенең ярҙамынан тыш түгел, әлбиттә.

Инйәр тәүҙә ювелир магазинына һуғылып, балдаҡ, шунан сәскәләр һатып алды һәм Алһыу ҡуртымға алып йәшәгән йорт яғына ыңғайланы. Ана тора уның тәүге мөхәббәте, Алһыуы! Матур күлдәген кейеп алған. Шундай ғәзиз, һөйкөмлө һөйәк.
–Ирмен тигән ир,– тип ҡабатларға ярата әсәһе, – Ағас ултыртырға, өй һалырға, мотлаҡ бер ҡатынды бәхетле итергә тейеш!
Өйөн дә һалырҙар әле. Өлгөрөрҙәр. Бәхетле лә булырҙар. Бер-береһен һынанылар ҙа инде.
Читайте нас