Балалар әкиәт иленә, тылсымлы мажаралар, йыр-бейеүҙәр, хоровод, уйын-көлкө, бәйгеләр һәм сюрприздар донъяһына сумдылар. Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙың байрамға килеүе һәр баланың күңелендә шатлыҡ һәм ҡыуаныс тойғолары уятты. Ә әкиәт геройҙары һәм хуш күңелле Ҡар бабай балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙең дә күңелен асты. Хатта Мәскәй әбей һәм Урман эйәһе нең бүләктәр тоғон урлауы ла байрам кәйефен боҙманы. Балаларҙың тоҡто ҡайтарыу өсөн тырышып-тырышып ҡушылған эштәрҙе үтәүен ҡарау бик ҡыҙыҡ ине. Һәр береһе үҙенең талантын асты: бейене, әйлән-бәйлән әйләнде, шиғыр һөйләне, йырҙар йырланы, уйнаны. Ә Ҡыш бабай ҡулынан бүләктәр алыу уларҙы тағы ла ҡыуандырып ебәрҙе.
Балалар һәм ололар тик ыңғай хистәр һәм яңы йыл алды кәйефе менән саранан таралыштылар. Ә уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр өсөн кескәйҙәрҙең бәхет сәскән йөҙҙәрен күреү – Яңы йылға шәп бүләк булды.