Владимир Путин АҠШ Президенты Дональдом Трамп менән телефон аша һөйләште, тип хәбәр итә РИА Новости. Һөйләшеү Мәскәү инициативаһы буйынса булған.
Владимир Путин әңгәмәсеһенә махсус хеҙмәттәр линияһы буйынса тапшырылған мәғлүмәт өсөн рәхмәт белдергән, был мәғлүмәт Рәсәйҙә теракттарға юл ҡуймаҫҡа ярҙам иткән. Йома көндө ФСБ Санкт-Петербургта Яңы йылда кешеләр күпләп йыйылған урында теракт эшләргә ниәтләгән ике Рәсәй кешеһен ҡулға алды.
Рәсәй һәм АҠШ етәкселәре шулай уҡ башҡа төрлө мәсьәләләрҙе тикшергән һәм терроризмға ҡаршы көрәштә артабан да хеҙмәттәшлек итергә килешкән.