Новости
30 Декабря 2019, 10:00

Тыуған яҡты өйрәнәйек!

Был фото Ейәнсура районы Яҡшылар шишмәһе эргәһендә эшләнгән. Был шишмә Иҙәш һәм Лукиан ауылдары араһында, Иҙәш йылғаһы буйында урынлашҡан. Иҙәш һүҙе - боронғо Мадъяр (Венгр) теленән: - татлы һыу, - тигәнде аңлата.

Был фото Ейәнсура районы Яҡшылар шишмәһе эргәһендә эшләнгән. Был шишмә Иҙәш һәм Лукьан ауылдары араһында, Иҙәш йылғаһы буйында урынлашҡан. Иҙәш һүҙе - боронғо Мадъяр (Венгр) теленән: - татлы һыу, - тигәнде аңлата. Шишмәгә юлды Ғәббәс олатай Губайдуллин (уңдан беренсе) күрһәтте (йәндәре йәннәттә булһын). Уның һөйләүҙәре буйынса: - әүәл Үзбәкстандан, Ҡаҙағстандан дөйәләр егеп, Яҡшылар шишмәһенә, шифалы - изге һыуына килә булғандар. Район гәзитендә Фариза Әхмәт ҡыҙы ( Назарова) Сафаргалина Яҡшылар шишмәһе буйынса сәйәхәтен бәйән иткән ине. Байыш ауылына мәсет нигеҙе һалғанда мәғлүм булды: - нигә шишмәгә - Яҡшылар шишмәһе тигән исем бирелгән? Ошо урында биш кеше йәшәгән, бәләкәй генә таштан мәсеттәре булған. Улар суфыйҙар булғандар: - ауырыған кешеләрҙе доға, шишмә һыуы, үләндәр менән дауалағандар; төшөнкелеккә бирелгәндәренә - рухи көс биргәндәр; астарын - туҡландырғандар. Шуға урындағы халыҡ уларҙы - Яҡшы кешеләр, тип атап йөрөткәндәр. Иң өлкәндәренең исеме, ике исемдән торған - Иҙрис - Кәрим, ат ҡараусыларының исеме - Ишдәүләт булған. Улар Салауат, Бүгәс күтәрелешенә тиклем булғандар. Дошмандарынан ҡасып, йәшәгән далалы ерҙәрен ҡалдырып ошо таулы ергә ерекәндәр. Тик дошмандар уларҙы табып, үлтереп, баштарын муйындарынан айырып, мәсеттәрен һәм йәшәгән өйҙәрен ер менән тигеҙләгәндәр. Тик халыҡ хәтерен генә юйа алмағандар, йәшәгән ерендәге шишмәгә - Яҡшылар шишмәһе тип исем ҡушҡандар. Әле лә шишмә ергәһендә известняк менән ҡоршалған таштарҙы табырға була. Йәмәғәт: ошо Яҡшы кешеләрҙең, суфыйҙарҙың рухы шат булһын өсөн ҡорбан салып, доға ҡылайыҡ. Улар бит Шаһит булып киткәндәр!
Ғилман Мөхәмәтйәнов. Өфө ҡалаһы.
Читайте нас