Яубасарова Рауза Раил ҡыҙы тураһында гәзит уҡыусылар хәбәрҙар: бынан бер нисә йыл элек уның тураһында М. Аҫылбаевтың «Маҡсатҡа юлдар мәктәптә асыла» тигән мәҡәләһе донъя күргәйне («Е.т.» №30, 14.04.2017 й.) Унда Раузаның 2015 йылда И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университетын отличие менән тамамлауы һәм Рәсәй фәндәр академияһының Н. Д. Зелинский исемендәге Органик химия институты аспирантураһында уҡыуын дауам итеүе хаҡында бәйән ителгәйне.
Әле Ҡыш бабай һөйөнөслө яңылыҡ еткерҙе: органик электросинтез лабораторияһында яңы органик берләшмәләр сығарыу һәм уларҙың микробтарға ҡаршы активлығын өйрәнеү буйынса эҙләнеү һөҙөмтәләрен дөйөмләштереп, химия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҙған Рауза уны үҙ ваҡытында һәм уңышлы яҡлай! Афарин!!!
Тормош тигән оҙон юлда киләсәге менән һәр кем үҙе идара итһен. Хыялдарҙан аныҡ маҡсаттар ҡороп, үҙе билдәләгән үҫеш юлында изге ғәмәлдәр башҡарһын, ти йәштәргә Рауза Раил ҡыҙы.