Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ғинуар 2020, 18:00

Бөгөн - Бабичҡа 125!

2 (14) ҒИНУАР — АЗАТЛЫҠ ЙЫРСЫҺЫ, БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ АРҘАҠЛЫ УЛЫ, ШАҒИР ШӘЙЕХЗАДА МӨХӘМӘТЗӘКИР УЛЫ БАБИЧТЫҢ ТЫУЫУЫНА — 125 ЙЫЛ!

Бөгөнгө көн мин тыуҙым,
Иламайса, тын тыуҙым;
Истиғдадтан, зәканан, —
Һәр ҡайһынан кәм тыуҙым.

Ғүмерем үтте бикарерәк,
Буш ел ҡыуҙым да ҡыуҙым;
Тыуҙым, үҫтем, ҙур булдым,
Ник яралдым, ник тыуҙым?

НӘСИХӘТ
(Үҙемә)

— Эй, Шәйех! Уян! — тимен, уян! — тимен,
Күҙеңде, уянмаһаң, уям, тимен.

Күшегеп, тауыҡ кеүек, күп моңайма,
Шөкөр ит һаулығыңа, уйлан, тимен.

Үҙеңде бер Хоҙайға тапшыр ҙа ғуй,
Шунан һүң үҙ-үҙеңә һөйөн, тимен.

Шайтаның арлы-бирле тартҡылаһа,
Бер ҡарыш сыҡма юлдан, — һөйәм, тимен.

Ҡурҡма! Эт өрһә лә, йырың йырла,
Эттәрҙән ҡурҡа торған — ҡуян, тимен.

Уйланып, дәфтәреңә йырҙар яҙ ҙа,
Шуларҙы уҡып-уҡып йыуан, тимен.

Йырҙарың арҡаһында китеп ҡалыр
Бер ваҡыт күңелеңдәге сыбан, тимен.

Бөгөн дә наҙан булып ҡалһаң да ғуй,
Хоҙайға киҫелмәһен тубаң, тимен.

Һиңә лә яҡты заман килеп етер,
Әгәр ҙә ярлыҡаһа Хоҙаң, тимен.

«Фәдғуни, истәжибләкем» тигән
Һәр ваҡыт теләгеңде телән, тимен.

Түбәңдән, Хоҙай ҡушһа, күтәрелер
Ҡаплаған йондоҙоңдо томан, тимен.

БӘХЕТЕМ

Зәңгәр күк — тажым, сыбар ер — тәхетем,
Үҙем — азат йән, аҡ ҡояш — бәхетем.
Йондоҙҙар һәм ай — серсе дуҫтарым.
Һандуғас, турғай — йырсы ҡоштарым.

Сыҡһам сахраға, гөлдәр, үләндәр
Тәғзим итәләр, биреп сәләмдәр.
Йән сәсәктәрем, гөл ҡанаттарым,
Оса янымда күбәләктәрем.

Латиф ел — саба, тип: «Мәрхәбә!..»
Һөйөп, иркәләп йөҙөмдән үбә.
Менһәм тауға, их, осайыммы һуң!..
Бөтә офоҡто ҡосайыммы һуң!

Гөлдәр йылмайған, ҡырҙар нурланған,
Бөтә ер-күге нурға сырмалған.
Шашам, ашҡынам... Шатланам сикһеҙ.
Азат мин, азат! Бәхетем офоҡһоҙ!

ХАЛҠЫМ ӨСӨН

Ап-аҡ алтын йырҙарымды
Йырламайым данлыҡ өсөн;
Йырлаймын алтын илем өсөн,
Үҙ туған халҡым өсөн.

Саф көмөштәй йырҙарымды
Йырламайым алтын өсөн;
Йырлайым тик саф көмөштәй
Саф йөрәк халҡым өсөн.

Сәскә төҫлө йырҙарымды
Йырламайым зауҡым өсөн;
Йырлайым тик сәскәләй
Ҡыҙҙарға бай халҡым өсөн.

Дәртле ҡайнар йырҙарымды
Йырламайым дәртем өсөн;
Йырлайым тик мәңге шат,
Дәртле, көләс халҡым өсөн.

Иламайым мин көндәрем
һырғаҡ, һыуыҡ һалҡын өсөн;
Илайым тик ярлы, меҫкен,
Ҡыҙғаныс халҡым өсөн.

Йәш сағым, алтын сағым,
Ялҡын сағым булһын фиҙа
Халҡым алдында минең
Биргән таҙа антым өсөн.

ҒӘСКӘР ДОҒАҺЫ

Яһу аллам! Һинән һорап ярҙам,
Ярһып йөрөйөм үлем ауыҙында.
Үлһәм, шәһит булһам, ҡанлы кәүҙәм
Балҡып йөҙһөн ожмах хауызында.

Айа, ғафур, айа, рахман рәхим!
Рәхмәтеңдән ситкә ҡайырма!
Ҡурҡытмаһын мине шайтан ражим,
Ныҡ имандан мәңге айырма!

«Тау эйәһе» тәңрем, таштарыңдан
Беләгемә ҡаты ныҡлыҡ һал!
«Ут эйәһе» тәңрем, уттарыңдан
Йөрәктәргә үтмәҫ утлыҡ һал!..

Диңгеҙҙәрҙе сайҡап тулҡынлатҡан,
Эй, ҡөҙрәтле «диңгеҙ батшаһы!» —
Тулҡынланып мин дә дәрт-ғәйрәттән,
Диңгеҙ кеүек күкрәк ҡаҡһамсы!..

Раббым, һиңә һығына Башҡортостан,
Ишет мазлум башҡорт аһтарын!
Ҡан болото китһен инде өҫтән,
Һалсы рәхмәтеңде, ғаффарым!..

Намыҫ өсөн, тәңрем, йәндән кисәм,
Килтер вәғәҙә... Ҡөҙрәт ҡулың бир!
Башҡортостан иҫән ҡала тиһәң,
Бер йәнемә миллион үлем бир!

БЕҘ

Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар,
Күп ырыуға баш йорттар.
Беҙҙә гәүһәр, беҙҙә йәүһәр,
Беҙҙә һәр бер ашлыҡтар.

Беҙҙә тиңһеҙ сәхрәләр.
Сәхрәләр — ожмах улар;
Унда гөлдәр тирбәнеп,
Йәмләнергә саҡыралар.

Унда ҡоштар һайраша,
Күлдә ҡамыш шаулаша.
Ҡамыш буйы әрүшә,
Тамаша, әй тамаша.

Беҙҙә ҡалын урмандар,
Беҙҙә данлы Урал бар;
Урал аҫты алтындыр,
Өҫтә — шәфҡәт балҡыйҙыр.

Һиҙен, башҡорт, бәхетеңде,
Төшөн, башҡорт, атыңды;
Күрер өсөн тәхетеңде,
Истиҡбалың алтынлы.
Читайте нас