Новости
2 Января 2020, 14:30

Башҡортостан шашкасылары - беренсе!

1 ғинуарҙа Бөтә донъя шашкасылар федерацияһы рейтинг баҫып сығарған.Ундағы иң тәүге урындарҙа – Өфө шашкасылары.

1 ғинуарҙа Бөтә донъя шашкасылар федерацияһы рейтинг баҫып сығарған, тип хәбәр итә "Башҡортостан" гәзите.
Ундағы иң тәүге урындарҙа – Өфө шашкасылары. Туғыҙ тапҡыр донъя чемпионы Александр Георгиев менән алты тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәй. Александр Георгиев 2018 йылдың 1 июленән донъя рейтингының тәүге баҫҡысын биләһә, Тамара Танһыҡҡужина 2019 йылдың 1 октябренән – иң алдынғы урында.
Әйткәндәй, 100 кешенән торған рейтингтағы 15 спортсы – Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай ҡалалары тәрбиәләнеүселәре. Спортсыларыбыҙға һәр ваҡыт шулай алдынғы урындарҙы һаҡлауын, яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.
Читайте нас