Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ғинуар 2020, 19:10

Сәләмәт тормош яҡлылар

#АйыҡАуыл2019,#ТрезвоеСело2019,#БашҡортҮргенеБашҡорт Үргене ауылында Яңы йылдың беренсе көнө бик күңелле сара менән башланып китте. Бишәй урамының икенсе яртыһы (депутат Искәнйәрова Миләүшә Вадим ҡыҙы) шау -гөр килеп торҙо.

#АйыҡАуыл2019,#ТрезвоеСело2019,#БашҡортҮргене
Башҡорт Үргене ауылында Яңы йылдың беренсе көнө бик күңелле сара менән башланып китте. Бишәй урамының икенсе яртыһы (депутат Искәнйәрова Миләүшә Вадим ҡыҙы) шау -гөр килеп торҙо. Вадим һәм Зәйтүнә Түләбаевтар, Ғәфур һәм Лилиә Ҡолтаевтар, Рәүилә Шамраева, Әлиә Ҡунаҡҡужина иртә менән күршеләрен, туғандарын, урамдаштарын ҡунаҡҡа сәйгә йыйҙылар. Ҡунаҡтар ҙа буш килмәгәндәр. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ысын күңелдән байрам иттеләр: тау шыуҙылар, тәмлекәстәр менән сәй эстеләр, Ҡыш бабайға шиғыр һөйләнеләр,йыр йырланылар. Мөғжизә, ысынбарлыҡ, саф күңеллелек, бер - береңде хөрмәт итеү, яратыу, туғандар бәйләнеше, үҫеп килгән быуынға тәрбиә биреү, йолаларҙы һаҡлау - ошолар барыһы ла сағыла байрам сараһында.
Читайте нас