Аҡыл һәм теүәллек уйыны ул бильярд
2 ғинуарҙа “Салауат” ФСК-һында Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдарына арнап бильярд буйынса асыҡ турнир уҙғарылды.
Ҡатнашыусылар сәмләнеп ярышып, уйындарҙан ҡәнәғәтлек тойғолары, каникулдарға етерлек дәрт алдылар, сөнки, бильярд ул тик спорт ҡына түгел, ул тактик фекерләүҙе, етеҙлек һәм хәрәктә координацияһын үҫтереүсе ҡыҙыҡлы интеллектуаль уйын.
Турнир һөҙөмтәһе буйынса урындар түбәндәгесә билдәләнде:
1 урынды Салауат Сәғитов алды, 2 урын – Риф Иҫәнсуринда, 3 урында Олег Дрондин.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ҡыйыулыҡ күрһәтеп, ирҙәр менән типә-тиң көс һынашып, Лилиә Шәрипова беренсе урынға лайыҡ булды.
Был уйын тәжрибәле бильярд һөйөүселәрҙе тағы бер тапҡыр һынап ҡараны. Сара еңеүселәрҙе бүләкләү һәм күтәренке кәйеф менән тамамланды.