Новости
3 Января 2020, 10:00

"Ейәнсура таңдары"ның 2020 йылдағы тәүге һаны сыҡты

"Ейәнсура таңдары"ның тәүге һанына байҡау

"Ейәнсура таңдары"ның беренсе һаны ла, һәр ваҡыттағыса, тик һеҙҙең өсөн, хөрмәтле дуҫтарыбыҙ, күңел һалып эшләнде.
Был һанда "Айгөл" балалар баҡсаһының яңыртылып асылыуы, "Герой-батырҙар" гражданлыҡ-патриотик проект сиктәрендә бүләкләнгән Диана Юсубалиева тураһында уҡырһығыҙ. Бәйгеләр гәзит биттәрендә яңы йылда ла ойоштороласаҡ, ә гәзитебеҙҙең "Йыл лауреаты" кем икән, шулай уҡ "Таңдар"ҙағы Яңы йыл бәйгеләрендә еңеүселәр исемлеге, Яңы йылға боҙ һындар эшләүселәр, йорттарын, ойошмаларҙың биҙәлештәре бәйгеһендә еңеүселәр менән 3-сө биттә танышырһығыҙ. Беренсе һанда киләһе йылға көнсығыш йондоҙнамәһе лә бирелгән. Әлбиттә, бәйгеләргә ебәрелгән шиғри формала яҙылған ҡатнашыусыларыбыҙҙың ижад емештәре лә бар бында, шиғри күңеллеләр "Үҫәргән" әҙәби берекмәһенең махсус сығарылышы менән дә таныша алыр.
Читайте нас