Яңы йылдың тәүге көнөндә "Салауат" ФСК-һы ял итеүселәргә "Ҡыҙыу боҙ" күмәк шыуыуҙар ойошторҙо. Иң тәүҙә янғын һүндереүселәр бригадаһы Яңы йыл каникулдары осорона хәүефһеҙлек буклеттары таратты. Ә Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу уйынсылар өсөн уйындар ойошторҙо, һәр ҡатнашыусы татлы приз алып ҡыуанды. Был сара килеүселәр өсөн бушлай ине - ФСК етәкселегенең Яңы йыл бүләге булды.